Константин Толкачев: “Өҫтәмә аҡса – тотороҡлолоҡ нигеҙе”15.03.2016
Республика парламентының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ултырышында депутаттар “2016 йылға һәм 2017, 2018 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Законға индерелгән үҙгәрештәрҙе хупланы. Проект өс уҡыуҙа артабан ҡарауға тәҡдим ителде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, үҙгәрештәр индереү зарурлығының бер нисә сәбәбе бар.

– Проектҡа аңлатма биреү яҙмаһы 11 пункттан тора. Унда республиканың төп финанс документына төҙәтмәләр индереү сәбәптәре күрһәтелгән. “Башнефть” компанияһының республика эйә булған акциялары буйынса 2 миллиард һумлыҡ дивиденд рәүешендәге керем ағымдағы күрһәткестәргә ҙур йоғонто яһаны. Былтыр ноябрҙә ошо осорға бюджет тураһындағы законды ҡабул иткәндә нефть компанияһынан 3 миллиард һумлыҡ дивиденд алыу ҡаралғайны. Компанияның Директорҙар советы тарафынан раҫланған һәм 2016 йылға бизнес-планда ҡаралған өҫтәмә керемгә бәйле был аҡсаның күләме 5 миллиард һумға тиклем артты. Уны социаль объекттар төҙөүгә, республика инвестиция программаһы менән ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыуға файҙаланыу күҙаллана. Йәғни ул төбәктә социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк. Агросәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеүгә федераль бюджеттан һәм Күмертау ҡалаһында инфраструктура объекттары төҙөү һәм реконструкциялау буйынса Башҡортостан сығымдарын берлектә финанслауға Моноҡала­ларҙы үҫтереү фондынан керем күләме лә артты. Әйтергә кәрәк: Бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү – күптәнге практика. Ғәмәлдәге хәлгә ҡарап, законға төҙәтмәләр индерәбеҙ.


Вернуться назад