Ирек Мөхәмәтдинов – вице-премьер15.03.2016
Ошо көндәрҙә Рөстәм Хәмитов Ирек Мөхәмәтдиновты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ирек Радил улы Мөхәмәтдинов 1960 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Юғары белемле – Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһын, Мәскәү ҡулланыусылар кооперацияһы университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Ҡазан ҡалаһындағы Дәүләт ғәмәли оптика институтында инженер булып башлай. Төрлө йылдарҙа Ҡазандағы “Полимер” йәмғиәтендә, “Башпромбанк” филиалында, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Башкредитбанк” филиалында эшләй. “УралСиб” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә вице-президент, Мәскәүҙәге “Росгосстрах-Столица” йәмғиәтендә, “Метрополь” компанияһында генераль директор урынбаҫары, “Русь-Банк” йәмғиәте идараһы рәйесенең өлкән советнигы, “Россельхозбанк”тың Башҡортостан төбәк филиалы директоры була.
* * *
Республика Башлығының икенсе Указы менән Илдар Тимерғәлин, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.