Һинән – ыштан, минән – күлдәк15.03.2016
Стәрлетамаҡта үҙенсәлекле йәрминкә үтте: ҡала мәҙәниәт һарайында йәш әсәләр балалар кейем-һалымы менән үҙ-ара алмашты.
Күп балалы ғаиләләрҙә бәләкәй булып ҡалған кейем – ғәҙәти күренеш. Шул уҡ ваҡытта ҡайһылыр балаға күлдәк йәки салбар кәрәк. Ошо йәһәттән ишле ғаиләләрҙә алыш-биреш ойоштороу маҡсатында үтте лә инде “Ғаиләнән – ғаиләгә” исемле йәрминкә.
Иҡтисади тотороҡһоҙ ваҡытта бындай йәрминкәләр – йәш әсәләр өсөн ҙур ярҙам. Аралашып, борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү үҙе ни тора. Өҫтәүенә, кәрәкмәгән кейемде осһоҙ хаҡҡа һатып булһа ла, аҙ-маҙ аҡса эшләйһең бит. Тик әлеге йәрминкәлә өс балалы әсәләр генә ҡатнашты. Бынан тыш, кейем-һалымға ла талаптар бар ине: ул сифаты яҡшы һәм өсәүҙән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
М. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.