Ауылда, өләсәйем менән ҡартатайым янында, ҡарт айыу “йәшәй”. Танауы төшкән, аяғы һүтелгән, әммә күҙҙәре теремек кенә — янып тора. Үҙе ҙур, ауыр, эсенә мамыҡ, бысҡы онтағы тултырылған. Айыуға быйыл — 35 йәш.
Был уйынсыҡты әсәйемдең биш йәшенә олатайым бүләк иткән. Уның “юбилей”ын билдәләп, байрам яһамаҡсы булдым. Танауының осона матур ғына төймә тектем, аяғының һүтелгән урынын яманым. Өләсәйемдең кәрзиненән туҡыма алып, матур ғына костюм тегеп кейҙерҙем.
Балсыҡтан “торт” бешереп, уны сәскәләр менән биҙәнем. Башҡа уйынсыҡтарымды ҡунаҡҡа саҡырҙым. Өр-яңы кеүек күренгән айыу ифрат шатланғандай тойолдо. Бына шулай, бик шәп үтте уның “тыуған көнө”!
Ҡарлуғас ИСМӘҒИЛЕВА,
З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.