Пенсия барыбер артасаҡ15.03.2016
Пенсия  барыбер артасаҡ Вице-премьер Ольга Голодец билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте хаҡлы ялдағыларҙың матди хәлен яҡшыртыу һәм 2016 йылдың тәүге яртыһы буйынса пенсия күләмен йәнә индексациялау йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: әлегә пенсия күләме 4 процентҡа индексацияланды. Әммә хаҡтар күпкә йылдамыраҡ үҫә. Рәсәйҙең статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр инфляция 12,9 процентҡа барып еткән.
– Тәүге алты ай һөҙөмтәләре буйынса пенсия күләме өҫтәмә индексацияланасаҡ. Ҡануниәткә ярашлы, мәсьәлә иҡтисади мөмкинлектәргә ҡарап хәл ителәсәк, – тине Голодец.
Вице-премьер ошо арала социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса махсус комиссияның минималь эш хаҡы кимәлен арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерәсәген дә вәғәҙәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2016 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 4 процентҡа артып, 6204 һум тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта 2015 йылдың III кварталынан илдә йән башына йәшәү минимумы 9673 һум тәшкил итә. Ғөмүмән, власть органдары был йүнәлештә әүҙемерәк эшләү зарурлығын билдәләй. Юҡһа, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге көндән-көн кәмей, ә уны арттырмай тороп илде иҡтисади көрсөктән сығарып булмаясаҡ.
Бынан тыш, июндән Әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособиеға ҡағылышлы программаны тергеҙеү күҙ уңында тотола. Быйыл уның күләмен 25 мең һумға еткерергә уйлайҙар.


Вернуться назад