Байҙар ҙа илай...15.03.2016
Донъяла байҙар кәмей. Ҡалын кеҫәлеләрҙең әлеге һымаҡ ҙур тиҙлек менән аҙайыуы һуңғы ун йылда күҙәтелгәне юҡ ине әле. Эксперттар быны донъя фондындағы үҙгәрештәр, нефткә хаҡтың түбәнәйеүе, шулай уҡ иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ менән аңлата.
Былтыр ғына, мәҫәлән, донъяның иң бай кешеләре исемлегенән (ундайҙарҙың һәр ҡайһыһының мал-мөлкәте 30 миллион долларҙан да кәм түгел) 5,5 мең кеше төшөп ҡалған. Һөҙөмтәлә, унан алдағы йылда байҙарҙың һаны 200 мең тирәһе иҫәпләнһә, бөгөн был исемлек 187 мең кешене берләштерә. Әйткәндәй, ҡалын кеҫәлеләрҙең армияһын башлыса Латин Америкаһы, Рәсәй, шулай уҡ БДБ илдәре вәкилдәре тәшкил итә.