Яҙ килтергән үҙгәрештәр15.03.2016
Яҙ килтергән үҙгәрештәр 1 марттан иң кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлеге яңыртылды.
Был айҙа Әсәлек капиталы иҫәбенән 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғариза йыйыу тамамлана. Рәсәйҙең ике төбәге – Байкал аръяғы һәм Әстрхан өлкәһе – сәғәттәрен күсерә. Яҙ килтергән яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй әле.


43 дарыу өҫтәлде

Иң кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлегенән берәүһе төшөп ҡалһа ла, урынына 43 препарат өҫтәлгән. Улар араһында онкологияға, шулай уҡ башҡа ауыр сирҙәргә ҡаршылары бар. Шулай итеп, хәҙер исемлектә барлығы 646 препарат иҫәпләнә.
Әйткәндәй, дарыу, исемлеккә инә икән, етештереүсе компания тарафынан махсус реестрҙа теркәлә һәм бер нисек тә ҡиммәтерәккә һатыла алмай. Ундай препараттарҙың 70 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән.

20 мең һумды алып ҡал

Март – Әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр ҡулға бирелә торған аҡсаға ғариза яҙыу мөмкинлеген биргән һуңғы ай. 20 мең һум ғариза ҡабул ителгәндән һуң ике ай эсендә күсерелә. Был осраҡта ғаилә ағзаларына уны нимәгә тотоноуҙары тураһында отчет биреү кәрәкмәй. Ғаризалар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Тик-так, тик-так килә сәғәт

Рәсәйҙең бер юлы ике төбәге икенсе сәғәт бүлкәтенә күсә. Мәскәү менән Әстрхан өлкәһе араһындағы ваҡыт арауығы 1 сәғәткә оҙайтылһа, Байкал аръяғында ла айырма ҙур – биш сәғәттән алты сәғәткә саҡлы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2014 йылдың октябренән Рәсәй “ҡышҡы ваҡыт”та ҡалырға һәм сәғәт телдәрен ярты йыл һайын күсермәҫкә тигән ҡарар ҡабул итте. Ул ваҡытта етенсе сәғәт бүлкәтендә ҡалған Байкал аръяғына ике сәғәтлек айырма тура килде. Һөҙөмтәлә унда йәйен таңғы сәғәт 3-тә таң атып, киске сәғәт 8-ҙә ҡояш байыһа, ҡышын көндөҙгө 1-ҙә үк эңер төшә башлай. Ошондай уҡ проблема Әстрхан өлкәһенә ла хас ине.
Яҡын арала Алтай Республикаһының да яңы ваҡытҡа көйләнеүе ихтимал. Сиратта – Сахалин ярымутрауы һәм Ульяновск өлкәһе.

Сирләһәң, аҡсаңды ҡайтарасаҡтар


7 марттан диңгеҙ транспортында йөрөүселәр өсөн дә ҡағиҙәләр үҙгәрә. Бынан ары пассажир ауырып китеү сәбәпле судно ҡуҙғалып китерҙән 24 сәғәт алда килешеүҙе өҙә икән, багаж һәм юл өсөн түләгән аҡсаһы тулыһынса кире бирелә. Быға тиклем мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ ине. Билет хаҡын тулыһынса түгел, ә 30 процентҡа аҙыраҡ итеп кенә кире ҡайтарыу мөмкин булды.

Телең һөйләгәнде
ҡолағың ишетһен


Баҫма, аудио- һәм кинопродукцияларға, шулай уҡ цензураһыҙ телмәр ҡулланылған видеоуйындарға маркировка һаласаҡтар. Һүгенеү, йәмғиәттәге тәртип нормаларына тап килмәгән һүҙҙәр әйтелгән продукцияла был хаҡта мәғлүмәт булырға тейеш. Һәм уның ваҡ хәреф менән түгел, ә уҡылырлыҡ итеп баҫылыуы зарур.

Алдашмаһаң, оторһоң

15 марттан Рәсәйҙең ҡаҙнаһын тулыландырыусы булыуын үҙ ирке менән таныған сит ил компаниялары һалымды ватан фирмалары менән бер шарттарҙа түләй аласаҡ. Был тәү сиратта Рәсәйҙә эшләгән, әммә сит илдә теркәлгән ойошмаларға ҡағыла.

Мигранттарға аралашсы кәрәкмәй

Федераль миграция хеҙмәте лә ҡануниәткә үҙ төҙәтмәләрен индерә. Бынан ары мигранттар аралашсынан түгел, ә мотлаҡ эш биреүсенән хеҙмәт патенты (рөхсәт) алырға тейеш.
Әлеге үҙгәрештәр 2017 йылдан ғәмәлгә инергә тейеш ине. Әммә, һуңғы осорҙа күрше илдәрҙән ҡасаҡтарҙың күпләп килеүен иҫәпкә алып, процесс тиҙләтелгән.


Вернуться назад