Ҡоштар ҡайтты07.03.2012
Ҡояш йылмайҙы —
Ергә яҙ килде.
Ҡарҙар аҫтынан
Үлән күренде.

Көньяҡтан ҡоштар
Ҡайтты һағынып.
Шатланышалар,
Ҡанат ҡағынып.

Алик МӘҒӘЛИМОВ,
Йәрмөхәмәт мәктәбе уҡыусыһы.
Туймазы районы.


Вернуться назад