Хаким һүҙе – таяҡтай, сәсән һүҙе – маяҡтай15.03.2016
Һүҙ ҡәҙере киткәндә,
Йүн ҡәҙере бөткәндә,
Намыҫ хаҡы киткәндә,
Наҙан хаҡы үҫкәндә –
Сәсән булыу еңелме?!

Розалия Солтангәрәева.
* * *
Алтын – ерҙән, сәсән – илдән.

Илшат Йомағолов.
* * *
Сәсән уҙған юлда һүҙ ҡала.
Сәйфи Ҡудаш.
* * *
Сәсән һүҙе елгә сәселмәҫ.

Ғәбит Садиҡов.
* * *
Шоңҡар осһа – йөн сәсер,
Сәсән үтһә – һүҙ сәсер.
Сәсән йәшеренеп түгел,
Ил алдында һүҙләшер.

Батыр Вәлид.
* * *
Бер ҡулында – думбыра,
Икенсеһендә ҡылыс булыр сәсәндең.

Һабрау.
* * *
Елгән аттан тир сығыр,
Күк йылҡынан буҙ тыуыр,
Сәсән ирҙең өнөнән
Ҡыл ярырҙай һүҙ сығыр.
Аҡыллы ир башынан
Донъя ҡорор уй сығыр...

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосынан.
* * *
Сәсән һүҙе илде туплай.

Илшат Йомағолов.
* * *
Сәскәләрҙе өҙөү менән генә
Ҡоромаған кеүек сәскәлек,
Батырҙарҙың телен ҡырҡып ҡына
Халыҡтарҙан китмәй сәсәнлек.

Таңһылыу Ҡарамыш.
* * *
Ебәк кенә билғау – бил күрке,
Сәсән генә ирҙәр – ил күрке.

“Ихсан сәсән” йырынан.
* * *
Сәсәндең ҡоралы – ҡатҡыл табаны, арымаҫ аяғы һәм алтын һүҙе.

Ғәзим Шафиҡов.
* * *
Сәсәндәрҙең уй-фекере халыҡ менән,
Үҙен танытыр һүҙендәге хаҡлыҡ менән.
Ҡайғырыр ул халыҡтағы ҡайғы менән
Һәм шатланыр халыҡтағы шатлыҡ менән.

Шәйҙулла Шәрифуллин.
* * *
Бер баҡһаң, сәсәндәрҙең бер йыры –
Халыҡта тотош бер яҙмыш ул.

Ирек Кинйәбулатов.
* * *
Хаким һүҙе – таяҡтай,
Сәсән һүҙе – маяҡтай.

Мәүлит Ямалетдин.
* * *
Сәсәндәрҙең күңелендә алтын ҡалып,
Әйтер уйын һөйләп бирер шуға һалып.

Шәйҙулла Шәрифуллин.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ
алып бара.



Вернуться назад