Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр15.03.2016
Балалар күрше ауылға йөрөп уҡыны. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә ине. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә ҡараңғынан сығып китәләр. Хәзирә уларға кистән үк сыраҡ әҙерләп ҡуя. Оҙон таяҡ осона кәрәсингә мансылған йәки ыҫмалаланған сүбәк урай ҙа мәктәпкә сығып китер алдынан ғына тоҡандырып бирә. Иң алда барғаны юл яҡтыртып бара. Илау ҙа, мыжыу ҙа юҡ. Һәүетемсә, тыныс ҡына сығып китәләр.
Хәзирә үҙе тыныс холоҡло, көләс йөҙ­лө булды. Кешелә нисек бар фиғел дә сама менән генә була икән, тип һоҡлана торғайным уға. Сама менән йәшәй бе­леү – аҡыл инде. Мин уның асыуланып, һөмһөрө ҡойолоп, балаларға асыулы ҡараш ташлап йөрөгәнен белмәйем. Аҡыл менән йәшәне.
Умарталыҡ бик шәп ине. Балыбыҙ уң­ды. Ауылыбыҙ тәбиғәттең иң хозур урын­дарының береһендә урынлашҡайны шул. Ә өйөбөҙ урынын Хәзирәм һайланы. Туғай эсендә, ағастар араһында. Яҙ ай­ҙарында тотош донъя сәскәгә, ҡоштар тауышына күмелә. Шул саҡтарҙа Хәзи­рәмдең бәхетле йөҙөн күреү үҙе кинәнес ине.
Балаларҙы ныҡ яратыу ғына түгел, ба­рыһының да зауығын белә ине ул. Әле лә аптырайым. Баҙарҙан балаларға кейем алғас, юл буйы ҡысҡырып хы­ял­ла­нып ҡайта ине.
— Эй, Ильясым ҡыуаныр инде! Ул бит ҡыуанысын әллә ни һиҙҙертеп бармай. Йөҙө балҡып китә, теле менән өндәшмәй. Һин нисектер, ә мин уның уйлағандарын йөҙөнә ҡарап аңлайым. Яңы кейемде лә алған ыңғай кейеп бармай. Әллә ояла, әллә тартына. Булатым, шатлығынан һирпелеп, беҙҙең яҡҡа ҡарап алыр ҙа, кейемен ҡосаҡлап, төпкө бүлмәгә йүгереп инеп китер. Тәлғәтем кейемен тотоп алыр ҙа иң элек китаптарын аҡтара башлар. Наиләм, үҙегеҙгә алмағас, мин дә кеймәйем, тип үпкәләп алыр. Үҙе, яңы кейеменә ҡыуанысын йәшерә алмай, һикереп төшөр. Нәфисәм баҫалҡы ғына итеп йылмайып ҡуйыр. Фәниәм кейер-кеймәҫтән бейеп китер... Әнисәм, ҡояштай балҡып, йылмайып тик торор.
Шулай ҡайтабыҙ баҙарҙан. Ауылға килеп ингәнсе һәр баланы күҙ алдына килтереп һөйләй ҙә улар өсөн иң элек үҙе ҡыуана. Ҡайтып ингәс, аптырап китә торғайным: балалар тап Хәзирәм һөй­ләгәнсә шатланырҙар ине яңы кейем­дә­ренә. Бына шулай яратты ул бала­ларҙы. Һәр береһенең холҡон белде, һәр береһен фиғеленә ҡарап тәрбиә­ләне.
Балаларыбыҙ ғаиләле булғас, яуап­лылыҡ бермә-бер артты. Өлгөлө ҡайны булмаһаң, кейәүҙәргә талап ҡуйып булмай; үрнәк алырлыҡ бейем булмаһаң, килендәреңә аҡыл өйрәтеү икеле.
Әле бына иртә яҙҙан ауылға ҡайтам. Яңғыҙым ҡалдым. Иртә китте Хәзирәм. Йәшәрлеге бар ине әле. Һуғыш тартып алды һаулығын. Ә балаларым алмаш-тилмәш килеп тора. Кейәүҙәр ҙә, килен­дәр ҙә үҙ балаларымдай яҡын. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә, бүлә-бүләсәрҙәр ҙә ҡар­татай тип өҙөлөп тора. Рәхмәтлемен барыһына ла. Йорт-ҡурала бөтөн нәмә лә Хәзирәм иҫән саҡтағыса. Бер генә нәмәне лә үҙгәртмәнем. Балалар ҙа быны белә. Кәрәк-яраҡты алып тотоналар ҙа урынына һалып та ҡуялар. Ишек алдындағы өҫтәлдәрҙе, урындыҡты, эскәмйәләрҙе Хәзирә нисек теләне, шулай яһап ҡуйҙым. Әле бына умарта­лыҡтан ҡайтып киләм – ҡапҡа төбөнән үк ҡоймаҡ еҫе аңҡып тора. Хәзирәм иҫән саҡтағы кеүек. Тыуған төйәк тә шулай: кеше олоғайғас, ошо ерҙә һаҡланған хәтирәләр йылыһы менән йәшәй.
Тормоштоң ҡәҙерен белдек. Шулай булмай, һуғыш тамуғын үтелде бит! Ниндәй ҡеүәтле ил, күпме яҙмыш ҡый­ратылды. Ҡыйратылдыҡ, әммә һынма­ныҡ. Шуға ла һуғыштан һуң колхозға етәкселек иткәндә, иң элек халыҡтың рухи көсөнә, эске дәртенә иҫәп тоттом. 1947 йылда бал ныҡ уңды. Халыҡ аҙыраҡ мандып ҡалды. Шуға ла 1948 йылдан 1949 йылға аяҡ баҫҡанда 52 градуслыҡ һыуыҡтарҙа бирешмәнек, малды ла теүәл алып сыҡтыҡ, үҙебеҙ ҙә имен булдыҡ. Халыҡ түҙем, әрһеҙ бит беҙҙә.
1948 йылда беренсе тапҡыр һабантуй үткәрҙем. Халыҡ байрамы! Халыҡтың ҡыуанысы! Колхоздарҙы берләштереп, совхоз ойоштороп ебәргәстәр, агро­ном­лыҡҡа уҡып ҡайттым. Ең һыҙғанып тотондом был эшкә. Картуф уңышын ике тапҡырға арттырыуға өлгәштем. 1963 йыл­да умарталыҡҡа ҡуйҙылар. Хәзирәм менән икәүләшеп эшләнек. Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙ­мәһендә ҡатнашып, алтын, көмөш, бронза миҙалдар алып ҡайттым. Етмеш йә­шемә тиклем эшләнем умартасы булып. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Нимәгә то­тонһаң да, яратып башҡарырға кәрәк. Эш күңел һалғанды тоя ул. Бал ҡорт­тарын яраттым. Улар ҙа мине яратты. Мин уларҙы баҡтым, улар миңә күпме һаулыҡ бирҙе. Ғаиләлә ялҡаулыҡты беҙ иң беренсе дошманыбыҙ тип ҡараныҡ. Бал ҡорттары кеүек булдыҡ: эшсәнлектә лә, татыулыҡта ла уларҙан өйрәндек. Уларҙан “аҡыл” алдыҡ. Улар бит бер-береһен тойоп аңлай. Бал ҡорттарын тәбиғи йәшәү шарттарынан айырмаҫҡа тырышам, таҙа тотам, кәрәк-кәрәкмәгәнгә борсомайым.
Беҙ ҙә Хәзирә менән ярты һүҙҙән аң­лаштыҡ. Күп ваҡыт хатта ҡарашыбыҙ, ым-ишарабыҙ менән дә аңлаша инек. Бер һүҙҙе ике тапҡыр әйттермәне ул. Балаларҙы ла шулай өйрәткән. Бөгөнгәсә дауам иткән күңел йылылығы Хәзирәм­дең тәрбиәһенән килә. Үҙенең күңеле нескә булды. Тәбиғәтте яратты. Ҡош тауыштарын иҫтәре китеп тыңлай торғай­ны. Умарталыҡҡа барһаҡ, ҡайһы ҡоштоң ҡайһы урында матурыраҡ һайрағанын әйтеп аптырата торғайны. Тәбиғәт ярат­ҡан кешенең күңеле лә матур була икән. Мин уны бәхетле йәшәтә алдым. Үҙе шу­лай тине. Шуға үҙемде лә бәхетле тоям. Хоҙай алдында бер генә гонаһы ла булмағандыр – теләктәре ҡабул була торғайны. Хатта үлеме лә үҙе теләгәнсә ҡапыл ғына килде; кеше ыҙалатмай, кеше ҡулында ҡалмай ғына китһәм ярар ине, ти торғайны. Һыйыр һауып, ултырған ерҙә генә башына ҡан һауып йығылды ла ҡуйҙы. Күҙ менән ҡаш араһы ғына.
...Башҡорт Бөркөтө тигән ауылды бөтөрҙөләр. Ни өсөн? Әйтә алмайым. Мәк­тәбе менән магазинын япһалар, ауыл бөтә. Эште шунан башланылар. Ошо ерҙәрҙе биләп торған бәләкәй генә колхоз илгә күпме иген, картуф, бал бирә ине! Ере уңдырышлы, йылға буйы, ике яҡтан килеп ҡушылған шишмәләрҙән туйынған Оҙон шишмә һыуы шифалы. Халыҡ эшсән, дәртле. Өй һайын алтауҙан да кәм булманы балалар һаны.
Ауыл йәштәре төркөм-төркөм булып киске уйындарға сыға ине. Уйын бит кешене берләштерә, татыулаштыра. Шуға халыҡ татыу булғандыр. Туған кеүек инек бит бер-беребеҙ менән. Татыу, бер-береңдең хәленә инеп йәшәү – күңел көрлөгө, сәләмәт­лек бит ул. Ру­хы сәләмәт кеше физик яҡтан да һау була. Күңел донъяһы ҡыйрал­ды­мы — кешенең эшкә барымы булмай.
Ауылдың өлкән кешеләрендә тормош тәжрибәһе, аҡыл тупланған. Тырым-ты­ра­ғай таратылған ауылдар менән ҡуша тотош тәрбиә мәктәбе лә юғала.
Хәзирә Вәли ҡыҙы менән Рәфҡәт Закир улының ете балаһы, һәр береһе үҙаллы ғаилә ҡороп, атай-әсәйҙәренән алған бай тәжрибәгә таянып һынатмай йәшәй. Уларҙың башҡаларға өлгө булыр бер үҙенсәлекле шәжәрә-альбомдары бар. Ул ҡулдан-ҡулға, йәғни ғаиләнән-ғаиләгә күсә. Юбилейҙарҙы билдәләгән саҡта тапшырыла һәм алдағы юбилейға тиклем унда һаҡлана. “Күсмә Ҡыҙыл аль­бом” тип атала ул. Альбом тыуған йорт һүрәте, атай-әсәй фотоһы менән баш­ланып, һәр ете балаға 50 йәш тулған көндә уның тураһында мәғлүмәттәр туп­ланып, теләктәр яҙылып тапшырыла барған. Иң баш бала Ильястың юбилейына 1997 йылдың 15 майында башлап тапшы­рылған был альбом, сәйәхәтен 2010 йылда тамамлап, Фәниәлә һаҡлана. Аль­бомдағы фотоларға ҡарап һәр береһенең тормош юлын байҡап булһа, теләк һүҙ­ҙәренең иң матур­ҙарына лайыҡ булыу өсөн ту­ғандар алдында яуаплы­лыҡ та тойола.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.


(Дауамы. Башы 9 март һанында).


Вернуться назад