Төпкөлдә йәшәп...15.03.2016
Беҙҙең төбәккә цивилизация ҡорбандар алып килеп инде. Ауыл аша тимер юл һалына башлағас, ниндәй генә төр транспорт тулманы! Малай-шалай түгел, ололар ҙа танкеткаларға ултырып, йәйәүләмәй генә Инйәргә барып ҡайтыуҙарын айға менеп ҡайтҡандай оло ваҡиға итеп һөйөнөп һөйләй ине.

Малайҙар төрлө машина кузовына шым ғына менеп ятып елдереп ҡайтһынмы, тәүге составтар йөрөй башлағас, үҙҙәренсә төрлө һынау үткәреп ҡараһынмы... Рельсҡа ваҡ аҡса һалып ҡуйып, ни булырын күҙәтә, поезд килә башлағанын ҡарап тороп, рельстар араһына төшөп, состав аҫтында ятып ҡала торғайнылар.
Балалар түгел, ололар ҙа сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән ҡыҙыҡ күреп “цивилизация”ны танһыҡлап ҡабул итә ине булһа кәрәк. Шул цивилизацияға ҡорбандар биргәнсе...

Иҫкә төшкән һайын йөрәк әрней

Ике малай ҡырсын тейәлгән үҙбушатҡыс машинаға шым ғына менеп ятҡан булған. Водитель уларҙы күрмәгән, кәрәк урынға еткәс, кузовты түңкәрә башлаған. Бер малай ырғып төшөп өлгөргән, икенсеһе ҡырсын аҫтында ҡалып һәләк булған.
Икенсе юлы рельстар араһына төшөп ятҡан малайҙарҙың береһе состав уҙып бөткән икән тип башын саҡ ҡына алдан күтәргән дә һуңғы вагондың артҡы өлөшө уның башын онтап үтеп киткән...
Ҡапыл ғына күҙгә салынмаған тағы күпме ҡорбан ала цивилизация!
Наркотиктар, спайстар ҙа шул рәттән бит... Ярамай тип әйтеүҙәр генә етмәй — мотлаҡ һынап ҡарарға, ҡорбан килтерергә кәрәк...
Тыйылғандан тыйыла белеү мөһим шул!

***
Балаңды бөгөн нимәгә өйрәттең? Һөнәр биреү — балаға иң ҙур мөхәббәт, сөнки ошо арҡала ул тормошон ырыҫлы итә аласаҡ, кеше көнлө, башҡаларҙан кәм булмаясаҡ.
***
Тәнҡитләшергә бик оҫтабыҙ. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙең күңелен күтәрерлек кенә һүҙҙәр әйтәйек. Насарҙы күрмәһәк, ул яҡшы һүҙҙәр аҫтында күмелеп ҡалыр.

Йылмайыу аша иптәштәрсә кәңәш

Ял көндәрендә яңғыҙлыҡтан яфаланаһыңмы?
Аҫҡы ҡаттағы күршеңде һыуға батыр. Ялың нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың...
Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ирҙәр араһында ла матурлыҡты билдәләү модаға инеп бара.
Үткәндә күрше өлкәнән бер студент егет, дуҫы ташлағанына өҙгәләнеп, миңә төнө буйы яҙып ятты. Егет кешегә ғашиҡ икән... Тегеһе быны кеше алдында мыҫҡыллай...
Ниндәйҙер сит кешегә асылып, ҡайғыһын еңеләйтергә маташыуы икәнен аңлап, сабыр иттем инде, йә үҙенә ҡул һалып ҡуйыр тип ҡурҡылды. Ахырҙа: “А я красивый?” — тип һорау биреп, тамам шаңҡытты.
Ирҙәр ир булып йәшәһен ул, ҡиәфәтенә ҡарамай! Аллам һаҡлаһын шундай тайпылыштарҙан башҡорт ир-атын!
***
Үзбәкстанда тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы һөйләне:
“Дондағы Ростовҡа беҙҙе курсҡа ебәрҙеләр 80-се йылдарҙа. Катя тигән ҡыҙ менән йәшәнек. Серҙәребеҙ уртаҡ ине. Икебеҙҙең арттан бүлмәләш ике егет йөрөй башланы.
Беренсе мөхәббәт миңә шулай килде. Беҙҙе бит бик тыйып үҫтерәләр. Байтаҡ осрашып йөрөгәс, үбергә рөхсәт иттем. Шулай үбешәбеҙ ҙә ҡайтам. Ярты йылдан әхирәтем, мин ауырлы, ти. Шаҡ ҡаттым.
– Нисек улай булды, нимә эшләнегеҙ һуң? – тим. Ундай-бындай нәмә башҡа ла килмәй, ғөмүмән, был өлкәлә шыр наҙан инем.
– Үбештек, – ти был.
Минең аяҡтар ҡалтырап китте — хәҙер өйгә ауырлы булып нисек ҡайтып төшәйем! Мине бит үлтерәсәктәр!
Кис егетем килгәйне ҡыуҙым да ҡайтарҙым, йөрөмә, минең ауырға ҡалғым килмәй, тип.
Ул аптырап ҡарап торҙо ла:
– Үбешкәндән генә бала булмай, – тине.
– Ана Катяныҡы булған бит, бар, йөрөмә, ҡайтып кит, – тинем. Нисек ныҡышһа ла, ҡыуҙым да ҡайтарҙым. Ҡулымдан да тотторманым хатта. Шуның менән тамам булды беренсе мөхәббәт.
***
Интернет статусы – сер булырҙы бар донъяға яр иткән хәбәр.
***
Дуҫың өсөн үлеү ҡыйын түгел, уның өсөн үлерлек дуҫ табыу ҡыйын.
***
Ялсы көнө – ялыныс, ти беҙҙең мәҡәл.
Ниңә беҙ ялланырға ғына торабыҙ һуң?! Себер китеп булһа ла ялланабыҙ! Уйла, берләш, бергә эш ас, башҡорт уҙаманы!
Ялыныс менән күпме йәшәргә була?!
***
Кеше миңә ниндәй игелек эшләне тип түгел, ә мин кешегә ниндәй игелек ҡылдым, тип йәшәргә өйрәнһәк, донъябыҙ бермә-бер алға китер, иншаллаһ.
***
Ҡасан үлерҙе юратыусы төркөмдәргә инеп, яуабын баҫтырыусылар бар. Беҙҙең халыҡ: “Күрәҙәгә барма, башыңа бәлә алма”, – тигән. Юҡты юратмағыҙ – Аллаһ Тәғәләнең ни ҡушҡанын бер кем дә белмәй. Күрәҙәлек – сихыр ул, юраусы ла, юратыусы ла Аллаһ алдында берҙәй ғәйепле.
***
Кешенең уңыштарына көнләшеп, бәхетегеҙҙе кәметмәгеҙ, сөнки был тойғо әҙәмдең үҙен ашай.
***
Ҡырҙағы баҡсабыҙға барғайныҡ. Һәр ваҡыттағыса, әллә күпме йәйәү барырға кәрәк булһа ла, оло йәштәгеләр миҙгел башлап та ебәргән. Ҡайтҡанда береһе сатанлай биреп атлаған ике инәйҙе күрҙек. Юл ситенә сығып, беҙгә өмөт менән ҡарап торған булалар. Ултыртып алдыҡ.
Ишетәм: татарса һөйләшәләр. Мин башҡортса һорашам, яуаплайым. Шунан береһе яйлап-яйлап башҡортса һүҙҙәр ҡыҫтыра башланы, Пушкин урамындағы баҙарға барып еткәндә, тамам башҡортҡа “әйләнде” был. Архангел районынан икән инәй, шартлап торған башҡорт ауылынан.
Их, туған телебеҙҙән кәмһенеүсәнлек!
Төшә башлағас, шул башҡорт инәйе аҡса һуҙған була.
– Ҡуй, инәй, һеҙ беҙҙең, балаларыбыҙҙың именлеге өсөн доға ҡылығыҙ, ошо иң ҙур фатиха булыр, – тинек.
Инәй бик ныҡышҡас:
– Улай ҡыланһағыҙ, икенсе юлы ултыртмайбыҙ, – тип көлөп, төшөрөп ҡалдырҙыҡ. Фиғеле нәҡ башҡорттоҡо инде былай…

Рубриканы
Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.



Вернуться назад