Яҙғы умарталыҡта15.03.2016
Умартасылар өсөн яҙ күстәрҙе баҙҙан сығарған көндән башлана. Был осорҙа көндөҙ йылы ҡояш ҡорт баҙҙарындағы һауа температураһын күтәрә. Умарталарҙа ҡорт күсе уяна, инә ҡорттар бала һала башлай, ә эшсе ҡорттар үрсем үҫтерә.

Үрсем тәрбиәләгән кәрәҙҙәрҙә, ҡорт күсе уртаһында һауа температураһы даими бер кимәлдә (плюс 34-35 градус самаһы) һаҡлана. Бала тәрбиәләгән эшсе ҡорттар был осорҙа емде күберәк ашай. Ҡышҡы осорҙа (ноябрь — ғинуар) һәр бал ҡорто ғаиләһе айына уртаса бер килограмм аҙыҡ тотонһа, яҙ көнө (март айында) уның ике килограмға етеүе ихтимал.
Инә ҡорттар тәүге көндәрҙә аҙ ғына (20-30 йомортҡа) бала һала. Һуңынан был күрһәткес арта бара. Айырым умарталарҙа инә ҡорттарҙың һала башлауы төрлө ваҡытҡа тура килә. Бала тәрбиәләү иртә башланған умарталарҙа күстәрҙең насар ҡышлауы күҙәтелә. Әгәр бала тәрбиәләү (үрсетеү) ҡорттарҙы баҙҙан сығарыу алдынан башланһа, яҡшы һөҙөмтә бирә, был умарталарҙа күс яҡшыраҡ үрсей. Шулай итеп, аҙыҡты тотоноу ҡорттарҙы аҫрау шарттарына бик ныҡ бәйләнгән.
Шуның өсөн дә ҡорттар ҡышлаған урынды һыуытырға ла, артыҡ йылытырға ла ярамай, сөнки һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе уларҙың ҡышлау шарттарын боҙа.
Был осорҙа ҡорттар хаҡында айырыуса хәстәрлек күрергә кәрәк. Умартаны дөрөҫ елләтеү маҡсатында өҫкө һәм аҫҡы кейәләрҙе бөтә киңлегендә асыҡ тоталар. Баҙҙа һауа темпера­тураһын плюс 3-4 градус кимәлендә тотоу өсөн ҡорт баҙының төнлөгөн асып елләтәләр, кәрәк саҡта төнгөлөккә ишеген асыҡ ҡалдыралар.
Ҡорттарҙы сығарыр алдынан умарталыҡты әҙерләргә кәрәк. Ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн умарталыҡҡа көл йәки тупраҡ һибәләр, ҡарҙан таҙарталар, һуҡмаҡ һалалар. Һуңғы йылдарҙа умарталыҡты ҡарҙан трактор ярҙамында ла таҙарталар. Бөтә был саралар ҡар иреүен ике аҙнаға тиҙләтә һәм унда ҡорттарҙың тәүге осоуы өсөн шарттарҙы яҡшырта. Һауа шарттары, ҡорттарҙың торошо һәм үҙҙәрен нисек тотоуы сығарыу көнөн дөрөҫ билдәләргә мөмкинлек бирә. Әгәр күстәр яҡшы ҡышлаһа, уларҙы сығарырға ашығырға ярамай.
Яҡшы ҡышлаған осраҡта умарталарҙы сығарыу һауа температураһы 12 градусҡа кү­тәрелгәс, йылғаларҙа боҙ китеү, үгәй инә үләненең, умырзаяның сәскә атыуы, тәүге күбәләктәрҙең уяныуы менән тап килә. Ҡояшлы тыныс көндө тура килтереп, умарталарҙы иртә таңдан сыға­ралар, был эште сәғәт 9-ға тамамлайҙар. Күстәрҙе кистән төнгә ҡаршы, йәғни ҡояш байыр алдынан сығарыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Төндә ҡорттар тыныслана, ә иртәгәһенә тыныс ҡына беренсе осош яһай. Ғәҙәттә, беренсе булып көслө ғаилә ҡорттары оса.
Тәүге осоштан һуң күстәрҙең тормошо йәнләнә, эшсе ҡорттар тәүге сәскәләрҙән һитә ташый, кәрәҙ күҙәнәктәрен һәм ояларын таҙарта, инә ҡорттарҙың бала һалыуы арта.
Шулай итеп, умартасы өсөн яҙ башлана, һәм ул һоро ҡорттарҙың күпләп оса башлаған осорона тиклем дауам итә. Тәүге көндәрҙә умартасы бөтә иғтибарын бал ҡорттарының осоуын һәм уларҙың нисек ҡышлауын асыҡлауға туплай һәм, бал ҡорто ғаиләләрен ҡарап, беренсе ярҙам күрһәтергә ашыға.





Вернуться назад