Күңелле мәшәҡәттәр башланды15.03.2016
Яҙ һулышы һиҙелә – көндәр йылына бара. 21 мартта көн менән төн тигеҙләшә. Айҙың урталарында ҡайһы бер ҡоштар ҡайта, һуңынаныраҡ сыйырсыҡ һайраған тауыштар ишетелә. Әммә март айында көндәр алдаҡсы, тотороҡһоҙ була.
Емеш ағастарының өшөп һәләк булыу ҡурҡынысы артта ҡалды. Яҙғы ҡояштың ағас олондарын көйҙөрөү ҡурҡынысы килеп баҫты. Көндөҙ ҡояш йылыһында ирегән ағас ҡайырҙары төнгө һалҡында туңып ярғылана. Олондарҙағы зыян күргән ҡайырҙар ҡорой. Ағас олондарын эзбиз иретмәһе менән ағартһағыҙ, емеш ағастары зыян күрмәҫ.
Баҡсала сыйырсыҡ оялары эленә, ҡар һыуын тотоу хәстәрләнә. Әлегә ҡар ята, шулай ҙа тәжрибәле баҡсасылар үҙ эшен башланы ла инде. Йылы көндәрҙә, еләк-емеш бөрөләре бүрткәнсе, артыҡ, сирле, һынған ботаҡтарҙы ҡырҡып алырға кәрәк. Ай аҙаҡтарында алмағас сатырҙарын формалаштыра. Ағас ботаҡтарын ҙур һаҡлыҡ менән, төп ҡалдырмай, ҙур яра ебәрмәй ҡырҡып алыу талап ителә. Ботаҡтарҙы ҡырҡып алғас, яраны баҡса елеме менән һылап ҡуйыу мотлаҡ. Ҡар баҫымы аҫтында һынған ботаҡтар булһа, һис кисекмәҫтән уларҙы ағас олонона (үҙ урынына) тартып бәйләргә кәрәк.
Ауырыу, һынған, артыҡ ботаҡтарҙы ҡырҡып алыу эшен бөтөргәс тә, улар баҡсанан ситкә сығарып яндырыла.
Баҡса ҡоротҡостарының йоҡонан уяныр ваҡыты яҡынлаша. Бөрсәләр, талпан, бет, япраҡ төргөс ҡарышлауыҡтар йомортҡаларҙа ҡыш сыға. Ҡоротҡостарҙың күбеһе бер урынға йөҙәрләп йомортҡа һала. Ентекләп ҡарағанда, ботаҡтарҙа, ағас олондарында төрлө төҫтәге йомортҡа өйөмдәрен күрергә була. Уларҙы юҡ итергә кәрәк.
Ағас олондарындағы ярыҡтарҙа, үҫемлек ҡалдыҡтары, ағастар, емеш ҡыуаҡтары аҫтында ҡоротҡос ҡуңыҙҙар йәшеренеп ята. Уларҙы йыйып яндырыу мотлаҡ.
Баҡса ҡарҙан асылғас, көҙҙән эйелтеп бәйләнгән ҡурай еләге сиселә, күтәреп шпалерҙарға бәйләнә, ҡуйырған ҡарағат һәм крыжовник ҡыуаҡтары һирәкләтелә, үткән йылда емеш биргән ҡурай еләге ботаҡтары ҡырҡып алына, яндырыла.
Апрель яҡынлаша, баҡсасылар ер эшкәртергә, еләк-емеш ҡыуаҡтарына ашлама бирергә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә әҙерләнә. Ағастар һут ебәрә башлағансы емеш ағастары ботаҡтарын ялғау тамамлана.