Күршеһе ниндәй…15.03.2016
Күршеһе ниндәй… =Һуған эргәһенә кишер сәсе­геҙ, еҫе һуған себенен ҡурҡыта. Һуған еҫе, үҙ сиратында, кишер себененән һаҡлай.
=Һуған менән һарымһаҡты помидор араһына ултыртырға кә­ңәш ителә, был уларҙы фи­тоф­тороздан һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
=Картуф менән помидорҙы йәнәш ултыр­тырға ярамай. Сөнки фитофто­раның икеһенә лә зыян килтереүе бар.
=Һарымһаҡ ҡаты ҡорттан (проволочник) ҡотолорға ярҙам итә.
=Һуған менән һарымһаҡ ҡыяр­ҙы бактериоздан һаҡлай. Фитонцидтар күберәк бүленеп сыҡһын өсөн был үҫемлек­тәрҙең көпшә­ләрен киҫергә кәрәк.
=Ваҡ ҡыяҡлы һуған помидор, редис, кольраби кеүек йәшелсәне зарарлаусы ҡо­ротҡостарҙы ҡур­ҡыта.
=Кәбеҫтәне быға тиклем ҡыяр, һуған, борсаҡ, ҡабаҡ үҫкән, ә кишерҙе ҡыяр, помидор, ҡуҙаҡ­лылар үҫкән урынға ул­тыртыу отошло.
=Сөгөлдөрҙө элек кишер, ҡуҙаҡлылар, һуған, ҡыяр, помидор үҫкән ергә, ә һарымһаҡ ме­нән һуғанды ҡуҙаҡлылар, ҡабаҡ урынына ултыртырға кәңәш ите­лә.




Вернуться назад