Ҡәҙерлемде һөйөндөрәм07.03.2012
Әсәйҙең байрамына
Матур һүрәт төшөрәм.
Йыл да шулай ҡәҙерлемде
Бүләкләп һөйөндөрәм.
Һүрәттә — әсәй үҙе
Ҡулында — ҡыҙыл сәскә.
Ә янында мин торам,
Йөҙөм тулған бәхеткә.
Алтынай ҒӘЙНУЛЛИНА,
Ураҙ лицейы уҡыусыһы.
Учалы районы.