Биш ҡатлы йорттар араһындағы ҙур майҙан быға тиклем буш ятһа, хәҙер унда асфальт түшәлгән юл, йәйәүлеләр өсөн тротуар, автотранспорт ҡуйыу урыны, тирә-яҡ төнөн дә ялт итеп тора. Балалар ҡаласығы иһә майҙанға йәм һәм йән өргән кеүек.
Бер йортҡа федераль программа буйынса капиталь ремонт үткәрелгән, һөҙөмтәлә биш ҡатлы ҡәҙимге кирбес бина заманса тәҙрә-балкондары, сағыу төҫө менән йыраҡтан уҡ күҙгә ташланып тора.
Төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуҙа район һәм ҡала хакимиәттәре әүҙемлек күрһәткән. Ә балалар ҡаласығына килгәндә, был – "СИБУР" компанияһының "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүләге, "Бизнес – экология өсөн" мәрхәмәтлелек программаһына ярашлы төҙөлгән.
Уйын майҙансығын асыуҙа Благовещен районы хакимиәте башлығы Фәрит Фазылов, компания-инвестор вәкиле Павел Матыцын, ҡала йәмәғәтселеге вәкилдәре һәм, әлбиттә, балалар ҡатнашты. Урындағы уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында әҙерләнгән байрам сараһы ла бәләкәстәрҙең күңеленә хуш килде.
Г. САЛАУАТОВА.