Алдан хәстәрлә15.03.2016
Алдан хәстәрлә Март айында теплицаларҙы, парниктарҙы әҙерләү эштәре башлана: иҫкеләре йүнәтелә, яңылары эшләнә, теплицаларға байытылған тупраҡ һалына, йылытыу өсөн тыңҡыслап тиреҫ тултырыла, пленка ҡаплар өсөн каркастар эшләнә.

Алдан хәстәрләТеплица быяла йәки пленка менән ябыла, батареялар аша пар йәки ҡайнар һыу ебәреп йылытыла. Бындай теплицаларҙа йыл әйләнәһенә помидор, ҡыяр, йәшел һуған йәки башҡа йәшелсә үҫтерелә. Ә инде яҙға аяҡ баҫҡас, йәшелсә үҫентеләре үҫтереү өсөн файҙаланыла.
Парник төҙөлөшө буйынса бер һәм ике яҡлы була. Ике яҡлы парник ике быяла рамдарының башы бер-береһенә терәлеп, күтәренке итеп эшләнә. Ә бер яҡлыһы көньяҡҡа иңкеү итеп һалынған бер генә рамдан тора. Сей тиреҫ (биотопливо) менән йылытылған парник яҙ, асыҡ һауаға сығарып ултыртыуға йәшелсә үҫентеләре үрсетеү өсөн файҙаланыла.
Пленка аҫты – ябай ғына ҡоролма. Каркастар эшләнә, уның өҫтөнә пленка ябыла. Ҡояш йылыһы менән йылытыла, йәшелсә үҫентеләрен иртә яҙҙа һалҡындарҙан, ҡырауҙан һаҡлау өсөн файҙаланыла. Март айында уҡ каркастар эшләү, пленка йүнәтеү хәстәрлеген күрергә кәрәк.







Вернуться назад