Малды ишле аҫрағыҙ15.03.2016
Малды ишле аҫрағыҙ Малсылыҡты үҫтереү һәм уның етештереүсәнлеген күтәреү буйынса эшләгән фермерҙар арта бара. Шәхси хужалыҡтарҙа ла мал аҫраусылар, ҡош-ҡорт тотоу­сылар етерлек. Файҙаһын яҡшы аңлағандар малын күбәйтергә тырыша.

Һыйырҙарын иртән көтөүгә ҡыуып, кис ҡаршы алған саҡта үлән менән туҡ­ланған көйө малының төрлө ҡылыҡ­та­рына (һөйәк кимереүе, резина сәйнәүе) ғәжәпкә ҡалалар. Шуға ла байтаҡ һорау тыуа. Үҙемдең оҙаҡ йылдар малсы­лыҡ­та эшләгән тәжрибәмде яҙһам, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә файҙалы кәңәш булыр, тип уйлайым.
Был хәл бигерәк тә йәй аҙағында һәм көҙ айҙарында йыш күҙәтелә. Ә инде ҡышын киҫкенләшә, бигерәк тә йәш үрсем үҫтергәндә һиҙелә. Малдың ябығыуы, минерал, витаминдарҙың әҙәйә барыуы, матдәләр алмашыныуы­ның боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә был ауырыу. Ул микроэлемент­тарҙың етешмәүе генә түгел, артыҡ булыуы сәбәпле лә килеп сыға.
Микроэлементтар организмға бик кәрәк. Аҙыҡ рационына айырым өҫтәү һауымдың артыуына килтерә, һөттөң ҡуйылығын күтәрә, уның минераль сос­тавын яҡшырта, һыйырҙар ҡыҫыр ҡалмай, үрсем күберәк алына.
Хәҙерге заман фәнендә айырым микроэлементтарҙың биологик әһә­миәте тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Мәҫәлән, бөгөн малдарҙың организмында яҡынса 50-ләгән микроэлемент барлығы билдәле. Йод, фтор, бром, кобальт, баҡыр, марганец, хром, мышаяҡ, цинк, никель, кадмий, стронций, ҡурғаш, барий, таллий һәм башҡа микроэлементтар мал аҙығында айырым урын алып тора. Ҡандарында — 24, ә мейеһендә 15 микроэлемент булыуы асыҡланған. Улар организм эш­мәкәрлегендә биокатализатор ролен үтәй һәм ферменттар, гормондар, витаминдар, төрлө аҡһым комплекстары составына инә. Мал аҙығында мик­роэле­менттарҙың дәүмәле уларҙың тупраҡта күпме булыуына бәйләнгән.
Республикабыҙ майҙаны был йә­һәттән һигеҙ биохимик районға бүлен­гән. Беҙҙең көньяҡ-көнсығыш райондар, шул иҫәптән Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары VIII зонаға ҡарай.
Мал аҙыҡтарында һәм һыуҙа микро­элементтарҙың аҙ йәки артыҡ булыуы продуктлылыҡҡа йоғонто яһай һәм үрсемдең кәмеүенә килтерә. Ҡайһы саҡта матдәләр алмашыныуға бәйле ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Ауырыған малдың аппетиты үҙгәрә, ул тиҙәк һарҡындыһы йәки бысраҡ һыу эсә, сепрәк, резина ашай, һөйәк кимерә. Малдар йөнөн һуң ҡоя башлай, ҡайһы бер осраҡта тиреһенең күп өлөшө яланғасланып ҡала.
Мәҫәлән, Хәйбулла районы тупра­ғында, тимәк, көтөүлектәрҙә баҡыр, марганец, никель, барий һәм стронций кеүек микроэлементтар бигерәк тә күп. Хатта баҡыр биш процентҡа артығыраҡ. Ә бына һыуҙа йод юҡ. Һаҡмар, Таналыҡ, Быҙаулыҡ йылғалары буйҙарында урын­лашҡан хужалыҡтарҙа әҙерләнгән мал аҙыҡтарында молибден, кобальт һәм марганец бик аҙ. Дөйөм алғанда, тере организмдың нормаль физиологик процесы өсөн кәрәкле микроэлементтар аҙ, ә бит һәр береһе организмда ҙур роль уйнай.
Баҡыр окисләндереү ферменттары составына инә — ҡанда гемоглобин булдыра. А һәм С витаминдарының алмашыныуын көйләй, йәш малдың үҫеүенә булышлыҡ итә.
Ҡурғаш — күмер ангидразының әүҙем составлы өлөшө. Ул инсулин гор­монына инә һәм байтаҡ фермент­тарҙы әүҙемләштерә. Һауын һыйырҙа­рының аҙыҡ рационына ҡурғаш ҡушыу уларҙың һәм яңы тыуған быҙауҙарҙың ауырлығын, һөттөң ҡуйылығын арттырыу малдың үрсеү һәләтлелеген күтәрә. Ҡурғаш алмашыныуы кальций, көкөрт һәм баҡыр алмашыныуы менән бәйле. Аҙыҡ рационында ҡурғаш етмәүе иһә сусҡа балаларының паракератоз ауырыуын булдыра, инә сусҡаларҙың түлһеҙлегенә килтерә.
Кобальт В12 витамины синтезлаштырыу өсөн кәрәк, һәм ул ҡан барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, аҡһым, минераль матдәләр алмашыныуын көй­ләй. Организмда кобальттың етешмәүе малдарҙа аҙ ҡанлылыҡ сире тыуҙыра, уларҙың үҫеше тотҡарлана, продукт­лылығы кәмей. Мәҫәлән, һыйыр һөтөнөң бер килограмының ҡоро матдәһенә яҡынса һигеҙ миллиграмм кобальт тура килә. Ыуыҙҙа иһә был элемент һөткә ҡарағанда ун тапҡырға күберәк.
Малдың рационында йод етеш­мәгәндә матдәләр алмашыныуы боҙола. Йод шайыҡ биҙҙәре гормондары сос­тавына инә. Һыйырҙар күп тапҡыр ҡаса, быҙау һала, үле быҙау тыуыу осраҡтары күҙәтелә, сыуыны тот­ҡарлана.
Марганец окисләндереү процесын һәм кислород ҡулланыуҙы көсәйтә. Рационда етешмәгәндә, һыйырҙарҙың үрсеү һәләтлелеге кәмей, үҫеп килгән йәш мал аҡһай башлай. Бынан тыш, марганец В1 һәм С витаминдары, башҡа күп ферменттарҙың функциялары менән тығыҙ бәйле.
Тимер гемоглобин составына инә. Организмда тимер етешмәүҙән күбе­һенсә имеп йөрөгән сусҡа балалары интегә. Улар араһында таралған аҙ ҡанлылыҡ ауырыуына организмда тимер етешмәүе төп сәбәп булып тора. Сусҡа балаһы инә һөтөнән бары тик бер миллиграмға яҡын тимер элементы ала, ә уның яҡшы үҫеүе өсөн тәүлегенә ете-ун матдә талап ителә.
Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, малдар­ҙың төп аҙыҡ рационына етешмәгән микроэлементтарҙы ҡушып, һауымды — 10-15 процентҡа, һыйыр малының тереләй ауырлығын — 10-15, үҫеп килеүсе һәм һимертелеүсе сусҡаларҙың тереләй ауырлығын — 15-20, тауыҡ һәм өйрәктәрҙең йомортҡа һалыуын 10-25 процентҡа тиклем арттырырға мөмкин. Һыйыр малы өсөн микроэлементтар яһалма һөткә ҡушып бирелә.
Малдарҙың микроэлементтар менән туҡландырыу ваҡыты республикабыҙҙа VIII зонаға бүленгән, тинек. Һәр район шарттарында алты-ете ай тура килә. Ул һыйырҙарҙы ҡышҡы аҫрауға ҡуйыу ваҡытында ла дауам ителергә тейеш. Ай ярым һайын 10-15 көнгә туҡталып тороу талап ителә. Шул осраҡта ғына ҙур артымдарға, юғары һауымға өлгәшергә мөмкин.

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хеҙмәт ветераны.






Вернуться назад