Аҡыллы тәкәбберләнмәҫ11.03.2016
“Йөрәгендә саң ҡәҙәре генә булһа ла тәкәбберлек йөрөткән әҙәм балаһы йәннәткә инә алмаҫ”, “Тәкәбберҙәрҙе аяттарымдан алыҫ тотам” – ошондай юлдар бар изге “Ҡөрьән Кәрим”дә.

Тәкәбберлек – иң насар сифат­тарҙың береһе. Аҡыллы, ғилемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып йөрөмәй, бәлки ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Хоҙайҙан бирелгән ҙур ғилеме менән бер ҡасан да маһаймаған, киреһенсә, уны таратҡан, уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә тап шундайҙарҙы – белемлеләрҙе, уларға яҡын торғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе – һөйә.


Вернуться назад