Раббым шулай ҡушҡандыр11.03.2016
...Сит яҡтарға киткән саҡта
Ҡараным ҡайырылып:
Көткән донъям, туғандарым,
Ҡалдығыҙ айырылып.
Хоҙайым шулай ҡушҡандыр –
Сәбәбе лә табылды.
Маңлайыма яҙылғандар
Һағыш булып һарылды.
Тыуған ерһеҙ еңел түгел –
Осраманы ни генә.
Раббыма гелән инандым:
“Ҡурсалаусы Һин генә”.
Үткәндәрҙе иҫкә алам –
Нисек түҙгән йөрәгем?
“Ҡартлығымда ла, Раббым,
Ярҙам бирсе” – теләгем.
Өлкәнәйгән көнөмдә
Ҡайттым һиңә, ауылым –
Көслө ерем, динле ерем,
Мәңгегә һаҡлар тылым.