Бәрәкәт нигеҙе – изгелек11.03.2016
Бәрәкәт нигеҙе –  изгелек Аҡназар ауылы матур, иманлы ғаиләләре менән данлы. Араларында 58 йыл бергә йәшәгән Рәйсә менән Шәрифулла Ишкилдиндар ҙа бар.

Ғаилә башлығы, үҙе әйт­меш­ләй, ғүмер буйы рулдән төшмәгән. Ир-уҙамандың бихисап наградалары һөнә­ренә тоғролоғо хаҡында һөйләй. Әле лә буш ваҡыты юҡ уның, тик ултырыуҙы йәне һөймәй.
Рәйсә Ильяс ҡыҙы иһә ҡул эштәренә маһир. Күңел нурын түгеп бәйләгән шәлдәре, ултырғыс япмалары, бейәләй-ойоҡбаштары күҙҙең яуын алырлыҡ. Өҫтәүенә өлкәндәр икеһе лә – уңған баҡсасы. Шәри­фулла бабайҙың ашҡабаҡ­тары ситтә лә танылыу яула­һа, Рәйсә инәйҙең сәскәләре йәйҙән көҙгә ҡәҙәр ихатаны нурға күмә.
Өлкәндәр 25 йыл улы Рацил һәм килендәре Гөлсимә менән бергә йәшәй.
– Килен булып төшкәндән бирле ҡайным-ҡәйнәмдән бер ауыр һүҙ ишет­кәнем, ҡырын ҡараш тойғаным булманы, – тип ихлас бәйән итте Гөлсимә. – Ҙур рәхмәт ҡәҙерле­ләремә! Ике улыбыҙҙы, ҡыҙыбыҙҙы бергәләп үҫтерҙек, һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Ҡайным менән ҡәйнәм өйҙә булмаһа, өй буш, ҡотһоҙ кеүек. Йортобоҙҙоң, тормошобоҙҙоң йәме улар.
Йөҙҙәренән ихласлыҡ, изгелек, иман нуры бөркөлгән изге ғаилә ағзаларына артабан да татыу йәшәргә насип ҡылһын, ҡотло тупһаларына әлегеләй уңған килендәр генә төшһөн.








Вернуться назад