Йылмайып- көлөп кенә...11.03.2016
Ҡыҙыл светофорҙы инҡар иткән водитель үҙе лә һиҙмәҫтән йәйәүлене бәрҙергән.
– Бәхетегеҙ бар икән, мин – табип, хәҙер үк беренсе ярҙамды күрһәтәсәкмен, – ти икән шофер йәрәхәт алыусыға.
– Ә һеҙҙеке – юҡ... Таныш булайыҡ: һеҙҙең алда адвокат ята, – тигән ти йәйәүле.
* * *
Йәш кенә ҡыҙ имтихан тапшырып ҡайтҡан, бите сыйылып бөткән, сәстәре туҙған, ҡыҫҡаһы, йөҙө ҡарағыһыҙ.
– Уңыштар бармы? – тип һораған атаһы.
– Һорашма инде, тәүге боролошта уҡ йөк машинаһына бәрелдем, – тигән ҡыҙы, иламһырап.
– Тимәк, имтиханды тапшырмағанһың...
– Уныһын белмәйем, инструктор әле дауаханала.
* * *
Инструктор дәрестә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтә. Берәүҙе таҡта янына сығарған.
– Һеҙҙең алда – юл саты. Һеҙ – бында, алда – автобус, һулда – йөк машинаһы, уңда – мотоциклсы. Кем беренсе булып үтеп китергә тейеш? – тип һораған уҡытыусы.
– Таксист, – тигән курсант.
– Ни өсөн таксист? Ул ҡайҙан килеп сыҡты һуң?
– Кем белһен, ғәҙәттә, иң беренсе улар үтеп китә лә инде.
* * *
Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водитель менән “гаишник” һөйләшә.
– Ебәр мине, командир...
– Ярамай, – ти капитан документтарҙы аҡтара-аҡтара.
– Ана, киләһе битте асығыҙ әле, унда нимә тиелгән?! – тип кинәйә менән аңғартҡан водитель.
– Ә-ә, ысынлап та шулай, ярай, юлығыҙҙы дауам итегеҙ...
* * *
“Гаишник” кинәт кенә бер машинаны туҡтатҡан да бәйләнә лә бәйләнә, ти.
– Ҡул тормозы эшләйме?
– Әлбиттә.
– Аптечка ҡайҙа?
– Салон эсендә.
– Хәүефһеҙлек ҡайышы урынындамы?
– Эйе.
– Ярай, хет тәмәке тарттырсәле.
* * *
Урта йәштәрҙәге бер ир машинаһын ҡуйырға урын таба алмай йонсой, ти. Шул ваҡыт ҡиблаға ҡараған да:
– Эй, Хоҙайым, урын тапсы, бынан ары эсеүемде лә, тартыуымды ла ташлаясаҡмын, – тип Хоҙайға ялбарған.
Ғәжәп, кинәт бер урын хасил булған. Ир тағы ҡиблаға ҡарашын йүнәлтеп:
– Йә, ярай, кәрәкмәй инде, урын табылды, – тигән.
* * *
Егет ҡыҙҙы машина йөрөтөргә өйрәтә.
– Мин һиңә, тормозға баҫ, тинем, ә һин нимә эшләнең?
– Мин тормозға баҫа башланым да һуңынан әллә нимә эшләнем дә ҡуйҙым.
– Шул-шул, һин әллә нимә эшләмәнең, ә “тормозить” иттең...