Сәйәхәт итеүсе йорт11.03.2016
Сәйәхәт итеүсе йорт Йортобоҙҙоң ергә һеңеп-йәбешеп ултырыуынан башҡаны күҙ алдына килтермәгәс, әкиәттәге тауыҡ тәпәйҙәрендә баҫып торған өйҙө күреү ныҡ аптыратҡайны. Бала саҡтағы бер күренеш тиһегеҙме? Баҡтиһәң, шулай ҙа була икән! “Шунда йәшәһәң ине” тигән өмөт ҡайһы бер хыялыйҙарҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй икән...
Ысынында иһә бөтә йорттар ҙа ергә йәбештереп ҡуйылмаған ул. Тәгәрмәсле йорттар тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Ул алыҫтан ҡарағанда автомобилде хәтерләтә, яҡындан фургонға оҡшаған, ә ишекте асыу менән күркәм көнитмеш менән осрашаһың.
Күптән түгел поляк Иоханды телевизорҙан күрһәттеләр. 60 йәшлек ҡартлас, әбейе үлгәндән һуң, өйөн һатҡан аҡсаға машина-йорт алып хәҙер рәхәтләнеп Европа буйлап сәйәхәт итә. Теләгән урында туҡтап йәшәп ала, бер аҙ ял иткәс, тағы сәфәргә юллана. Ингәс тә аяҡ һәм өҫ кейемдәрен ҡуйырлыҡ бәләкәй генә бүлмәһе бар, хәйер, бында тулыһынса өй мөхите булдырылған: карауат, өҫтәл, ултырғыс, һыуытҡыс, шкаф, кухня, кондиционер, биотуалет, хатта йылытҡыс...
Иохан әфәнде һөйләүенсә, илле йылдан ашыу бергә ғүмер иткән ҡатыны вафат булғас, ул тормош мәғәнәһен юғалтыу сигенә еткән. Уға юл йөрөүҙән тыш был донъяла бүтән бер нәмә лә кәрәкмәй хәҙер, тик бер генә үтенесен – “ҡайҙа вафат булыуыма ҡарамаҫтан, әбейем эргәһенә алып ҡайтып ерләгеҙ” тигән яҙыуҙы түш кеҫәһендә йөрөтә.
Әйткәндәй, тәгәрмәсле йорттар Европалағы һәм Төньяҡ Америкалағы шикелле илебеҙҙә киң таралыу алмаған. Ни өсөн? Белгестәр аңлатыуынса, беренсенән, юлдарҙың насар торошо быға ҡамасаулай, икенсенән, ҡырыҫ климат кәртә булып тора. Кемдең 50 градус һалҡында машинала ғүмер иткеһе килһен?


Вернуться назад