“АвтоВАЗ” компанияһы үҙ тауарын Ливан һәм Израиль илдәре баҙарына сығармаҡсы.11.03.2016
Оҙаҡламай донъя картаһында ҡыҙыу нөктә менән билдәләнгән Сүриә, шулай уҡ бигүк тыныс булмаған Ливан һәм Израиль илдәре баҙарына “АвтоВАЗ” компанияһы үҙ тауарын сығармаҡсы.
Компания етәкселеге белдереүенсә, тәүге һәм һынау рәүешендә һайлап алынған машиналар ошо көндәрҙә тәғәйен урынға барып етәсәк. Мәҫәлән, “Лада”, дөрөҫөрәге, “Гранта”, “Ларгус” һәм башҡа “ҡорос ат”тарға ихтыяж ҙур ғына. Улай ғына ла түгел, ассортиментты киңәйтеү тураһында ла хәстәрлек күрә етәкселек. “Веста”, “ХRау”, “Калина” кеүек машиналары­быҙҙы ла һатыуға сығармаҡсылар.

* * *
“Рено” компанияһы етәкселеге белдереүенсә, ул үҙенең етештереү даирәһен бүтән илдәрҙә лә киңәйтергә уйлай. Мәҫәлән, Иранда.
Ысынлап та, Иранда “Logan” һәм “Sandero” кеүек автомобилдәрҙе етештереү артасаҡ. Билдәле булыуынса, тап ошо маркаларҙы рәсәйҙәр ҙә теләп ала. Унда Pars Khodro предприятиеһында автомобиль етештереү юлға һалынасаҡ.
* * *
Тормошобоҙға тәрән үтеп ингән кеҫә телефонының мөмкинлектәре сикһеҙ.
Мәскәү ҡалаһында юл хәрәкәтен боҙоусыларға был хаҡта смс хәбәр еткерелә. Ғәмәл 2014 йылдан тормошҡа ашырыла башланы. Дәүләт Думаһы депутаттары ысулды тотош илгә таратмаҡсы. Шуға күрә лә улар “Милли түләү системаһы тураһында” һәм “Бәйләнеш тураһында” тигән закон проекты буйынса эш алып бара. Әгәр ҙә закон хуплау тапһа, банктағы иҫәптән штраф түләнгән кеүек ул кеҫә телефонынан да алынасаҡ.

* * *
Автомәктәптәр водитель таныҡлығы алыу өсөн имтихан үткәреүҙә яңы ҡағиҙәләрҙе яңынан ҡарап сығыуҙы һорай.
Автомәктәп хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, яңы бойороҡҡа әлеге законға ҡаршы килерлек пункттар күҙгә бәрелә, шул иҫәптән ришүәтселек тә төҫмөрләнә. Билдәле булыуынса, 2015 йылда Эске эштәр министрлығы тарафынан имтихан алыу буйынса яңы административ регламент раҫланғайны. Документ имтиханды ҡатмарлаштыра ғына. Мәҫәлән, әгәр теорияла хатаға юл ҡуйылһа, тема буйынса тағы ла биш һорау ҡаралған, ә практикала ҡатмарлы күнекмәләр өҫтәләсәк.

* * *
Пассажир ташыусы водителдәргә талап арта. Кеше үҙен мөмкин тиклем хәүефһеҙ тойорға тейеш. Өфө ҡала Советы депутаттары автомобиль һәм электр йәмәғәт транспортында пас­сажир­ҙарҙы ташыу буйынса дүрт документты тикшерҙе.
Хәҙер яңы маршрутты билдәләгән­дә, халыҡтың күплеге, юлдың төҙөклөгө һәм киңлеге, шулай уҡ автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙың еңел боролоу мөмкинлеге лә иғтибарға алынасаҡ.

* * *
Ниндәй төҫтәге машиналар юлда күп? Ошо турала уйланғанығыҙ бармы?
Баҡтиһәң, бөтә һатылған еңел машиналарҙың 30 процентын аҡ төҫтәге “тимер ат”тар тәшкил итә икән. Ҡара автомобилдәр иһә айырым статусҡа эйә. Унда билдәле шәхестәр, тормошта яңғыҙ ҡалыусылар, дыуамалдар елдерергә ярата. Шулай уҡ көмөш төҫтәге һәм ҡыҙыл автомобил­дәрҙе лә һайлаусылар йылдан-йыл арта икән. Хәйер, зауыҡ буйынса бәхәсләшмәйҙәр, тиҙәр бит.


Вернуться назад