Юлға әҙерлекһеҙ сыҡма!11.03.2016
“Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаларына: “Сәфәр ҡылығыҙ, йөрөгөҙ, донъяны күрегеҙ”, – тиелгән.
Кешеләрҙең күберәк йәйәү йөрөгән, юлды дөйәлә, кәмәлә үткән саҡтары булған. Хәҙер иһә машинала, самолетта, теплоходта хәрәкәтләнәбеҙ. Йөрөшөбөҙҙөң тиҙлеге лә артып китте. Әйтәйек, еңел машиналарҙыҡы – сәғәтенә уртаса 70 – 80 саҡрым тирәһе. Хатта ки унан да арттырыусылар бар. Автомобиль сәғәтенә 90 саҡрым тиҙлек менән барған хәлдә, бер секундта 20 метр тирәһе ер уҙа. Тимәк, 100 метрлыҡ ара биш секундта үтелә тигән һүҙ. Ифрат ҙур тиҙлек бит! Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл менән сағыштырғанда ғына – ер менән күк араһы.
Тормошобоҙ Аллаһ Тәғәләнең ҡануны буйынса бара: ер әйләнә, ҡояш ваҡытында ҡалҡа һәм байый, йондоҙҙар хәрәкәт итә. Тәбиғәт күренештәренә күҙ һалғанда, йылға ағышының да ҡағиҙәһе бар. Баш ҡалабыҙ аша аҡҡан Өфөнө генә алайыҡ. Күреүебеҙсә, ул мәркәзебеҙҙе боролоп-боролоп әйләнеп сыға ла Ағиҙелгә ҡушыла. Унан, Димде лә алып, артабан китә. Әгәр йылғалар ошолай бормалы юл үтмәһә, туп-тура, ҙур тиҙлек менән аҡһа, экологияға, үҫемлектәргә, балыҡтарға ҙур зыян була икән.
Юл хәрәкәтендәге ҡанундар ҙа теүәл үтәлһә, тормошобоҙға зарар килмәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер ине. Ошо йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисе бар: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған ул. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны пәйғәмбәребеҙ. – Алдан дөйәңде яҡшылап ҡара, тыша, унан ғына Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Ошо хәҙискә бәйле, һәр әҙәм балаһы машинаға ултырғанға тиклем уның техник яҡтан төҙөк булыуын тикшерергә тейеш. Хатта ки атты ла алдан уҡ ауыҙлыҡлау зарур. Әгәр юлға әҙерлекһеҙ сығыуы арҡаһында кешегә ниндәйҙер зарар килә икән, гонаһы үҙенә була.
“Мосолмандарҙың ҡулынан да, теленән дә берәү ҙә зыян күрмәй”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Шулай икән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ юлда бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булырға, ҡағиҙәләрҙе һаҡларға тейешбеҙ. Юғиһә һәләкәттә ғүмере өҙөлгән кешеләрҙең һаны һуғыштағы ҡорбандарҙыҡына тиңләшеп бара. “Ир һынағың килһә, юлға сыҡ”, “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән әйтемдәрҙе иҫтә тотайыҡ та бер-беребеҙгә хәстәрлекле, ихтирамлы булайыҡ, ышанысты юғалтмайыҡ. Ғаиләләребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы ҡайғы-хәсрәттән һаҡлау – изге бурысыбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлаусыларға рәхмәт белдерәйек. Аллаһ Тәғәлә уларға ауыр эшендә еңеллек, һаулыҡ-сәләмәтлек насип итһен. Юлаусыларҙың иһә “бисмилләһир-рахмәнир-рахим”дан башланған сәфәре уң булһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.

“Иман – күңел көҙгөһө” китабынан.


Вернуться назад