Фантастик киноларҙа ғына күреп өйрәнгән ҡеүәтле машинаны тағы ла бүтән берәй ерҙә осратҡанығыҙ бармы? Интернетты гиҙеүселәр, моғайын да, уның менән таныштыр. Супермашинаны Санкт-Петербургтан инженер-конструктор Алексей Гарагашьян эшләгән. Шул иғтибарға лайыҡ: ул был тәңгәлдә бөтә төр рекордтарҙы ла уҙҙырып ебәргән. Бер тәүлек эсендә видеороликты бер нисә миллион кеше ҡарап өлгөргән. “Ҡанатлы ҡош” Көнбайыш автоһәүәҫкәрҙәренең дә иҫен китергән, улар рәсәйҙәрҙең йоморо башлы булыуын йәнә бер тапҡыр танырға мәжбүр булған.
Шулай ҙа нимәһе менән аптыратҡан һуң? Һаҙлыҡта үҙен өйрәк шикелле тоя, һыуҙа батмай, ҡарҙы еңел йырып сыға, боҙло юлда таймай. Ҡыҫҡаһы, “Шерп” бөтә ергә лә үтеп инә алыуы һәм еңел йөрөүе менән барыһынан да өҫтөн, тик осорға ҡанаттары ғына юҡ. Алексей Гарагашьян билдәләүенсә, үҙенсәлекле тәгәрмәстәре генә ни тора! Дүртеһе лә тын тултырылған кәмәне хәтерләтә: диаметры – 1,6 метр. Сағыштырыу өсөн: протекторының араһына бәләкәй булмаған яғыулыҡ багы һыя икән. “Шерп” трассала сәғәтенә 45-50 километр юл үтә ала, япондар яһаған kubota двигателе ярҙамында йөрөй, 44 ат көсөнә эйә, оҙонлоғо – 3,4 метр, киңлеге – 2,5 метр, бейеклеге – 2,3 метр.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, “тимер ат”тың дөйөм ҡулланылыштағы юлдан йөрөргә хоҡуғы юҡ. Шаяртып әйткәндә, кемдер юлһыҙлыҡтан интеккәндә, “Шерп” үҙен диңгеҙҙәге балыҡтай хис итә.