Штрафыңды ваҡытында түлә!11.03.2016
Быйыл ғинуарҙан штрафтары түләнмәгән Рәсәй граждандары машина йөрөтөү хоҡуғынан ваҡытлыса мәхрүм ителә – бынан ары Суд приставтарының федераль хеҙмәте алимент буйынса “эҙ яҙлыҡтырыусылар” менән бергә уларҙы ла тотҡарлау хоҡуғына эйә.

Әйткәндәй, ЮХХДИ-ға штраф буйынса бурысы булған водитель әле йәйәү йөрөй. Уның штраф һалынғанын күрһәткән 16 квитанцияһы бар, күбеһенсә тиҙлекте арттырып юл ҡағиҙәһен боҙған. 13 мең һум әллә ни күп тә түгел, әммә ул бурысты түләмәһәң дә ярай тигәнде һис кенә лә аңлатмай.
Суд приставтары был әҙәмде ошо көнгәсә таба алмаған, ни өсөн тигәндә ул теркәлгән урынында йәшәмәй. Үҙ сиратында мөлкәтен конфискациялап та булмай. Һөҙөмтәлә суд приставы, уның водитель танытмаһын тартып алыуҙы һорап судҡа мөрәжәғәт иткән, уныһы иһә власть вәкиленең үтенесен тулыһынса ҡәнәғәтләндергән.
Юл хәрәкәте ҡәғиҙәһен боҙған өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәре водителгә штраф квитанцияһы яҙа, уны 30 тәүлек эсендә түләргә тейеш булаһың. Ә бына юл сатындағы үткер күҙле видеокүҙәтеү, тәртип боҙғанды теркәп, гражданға ебәрергә тейеш, ул халыҡ телендә “бәхет хаты” тип атала. Ҡайһы бер осраҡта кемдер ҡайҙалыр теркәлеп тә, бүтән ерҙә йәшәп ята. Бәғзеләр ошоноң арҡаһында отола ла инде.


Вернуться назад