Күгәрсен районы Сапыҡ мәктәбе уҡыусыларының ижады07.03.2012
Берҙән-берем

Әсәкәйем, ҡәҙерлем!
Һин минең берҙән-берем.
Донъялағы ҙур шатлығым,
Таянысым, терәгем.
Ҡояш кеүек наҙлыһың һин —
Йөҙөң балҡый нурланып.
Бәхетле бул, әсәкәйем,
Мәңге йәшә шатланып.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Йомшаҡ һүҙле, яҡты йөҙлө

Әсәйемдең йөҙө яҡты,
Йомшаҡ, йылы һүҙҙәре.
Тирә-йүнде нурға күмә
Йылмайып-көлөүҙәре.

Тәлғәт СӘЙЕТҠОЛОВ.

Уңған, хәстәрлекле

Минең әсәй бик уңған —
Туҡмасын йәйеп ҡуйған.
Мин иртәнсәк тороуға
Бейәләй бәйләп һалған.

Артур ЯМАЛЕТДИНОВ.


Вернуться назад