Йәшәү мәғәнәһе нимәлә, Кеше?11.03.2016
Йәшәү мәғәнәһе нимәлә, Кеше? Матбуғатта, радиола һәм телевидениела көрсөк, янғын, инфляция, айырылышыу, үлтереүҙәр тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр артҡандан-арта. Быларҙың барыһы ла кешенең кәйефенә лә, тормошона һәм үҙ-үҙенә мөнәсәбәтенә лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Таныштар араһында хатта йәшәү мәғәнәһен юғалтып, бар ғәмәлдән ваз кискәндәрҙе осратырға мөмкин. “Кешелә рәхимһеҙлек ҡайҙан килә? Йәшәү асылы нимәлә? Ҡиммәттәребеҙ ҡайҙа? Көрсөк шарттарында нимә эшләргә?” тигән һорауҙар күптәрҙе борсой хәҙер. Ошондай ҡатмарлы мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Вадим Фәтхи улы Сафинға мөрәжәғәт иттек.
– Вадим Фәтхи улы, 50 йәштән өлкә­нерәк кешеләрҙән бөгөнгө йәштәрҙең яуызлығы, рәхимһеҙлеге һәм ҡырыҫ­лығы хаҡында күп ишетергә мөмкин. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме һәм уның сәбәбе нимәлә?
– Ысынлап та, күҙәтеүҙәрем буйынса, һуңғы егерме йылда үҙ-ара мөнәсәбәттәр кире яҡҡа үҙгәрҙе. Бының сәбәптәре бихисап. Тәүгеһе, минеңсә, аҡсаның төп ҡим­мәткә әүерелеүендә. Ҙур аҡса өсөн кешеләр бер-береһенең алҡымынан алырға әҙер (олигархтарҙың һуғышын ғына алайыҡ). Ябай халыҡ араһында ла матди мәнфәғәттәр арҡаһында йыш ҡына үпкәләшеү, низағ тыуа. Кешеләр хәҙер та­ныштарын, дуҫтарын, хатта туғандарын күпме аҡса эшләүенә ҡарап баһалай. Тимәк, аҡса үҙ-ара мөнәсәбәттәр критерийына әүерелде. Һөҙөмтәлә берәүҙең бай, етеш тормошо икенсеһендә көнсөллөк һәм асыу тойғоһо уята.
Кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата ҡы­рыҫ­лығының, яуызлығының йәнә бер сәбә­бен тәүлек әйләнәһенә ҡан-үлтереш күр­һәткән телевидениенан эҙләргә кәрәк. Теләйбеҙме-юҡмы, боевик-фильмдар кешене кире энергия менән һуғара.
Икенсенән, улар ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңде тотоу тәртибен ҡалыплаштыра кеүек. Үҫмерҙәр һәм йәштәр үҙҙәре лә аңғармаҫтан ошо образдарҙан өлгө ала, уларға оҡшарға тырыша, сөнки бындай кинофильмдарға, ғәҙәттә, көслө кеше әхлаҡи нормаларҙан тайпылған осраҡта ғына еңеүгә өлгәшә тигән идея һалынған. Асылда иһә тейешле социаль тәжрибәһе булмаған йәштәр автор әйтергә теләгән идеяны тоймай ҙа, аңлап та етмәй.
Ә бит бындай кинокартиналар тәғәйен­ләнеше буйынса дошманға ҡарата нәфрәт тойғоһо тәрбиәләргә тейеш. Йәштәр, айырыуса үҫмерҙәр был нәфрәтте үҙенеке­ләргә йүнәлтә. Боевик-фильмдар­ҙың йәштәргә яһаған йоғонтоһоноң һөҙөм­тәһе лә фәҡәт ошоға ҡайтып ҡала. Быларҙың барыһы ла тәрбиә системаһы­ның булмауы, уның аҫты-өҫкә әйләнеүе хаҡында һөйләй. Бер төрлө һөйләйбеҙ һәм күрһә­тәбеҙ, ә ғәмәлдә – бөтөнләй башҡаса. Ошоға бәйле В.С. Черномыр­диндың: “Яҡшыраҡ булыуын теләгәйнек, әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты” тигән һүҙҙәре хәтергә килә.
– Шәхестең ниндәй сифаттарын иң киреләре тип иҫәпләйһегеҙ?
– Көнсөллөк, ялғанлыҡ, яуапһыҙлыҡ һәм ялҡаулыҡ. Көнсөллөк нимәнелер кө­ҫәү­гә, үҙләштереү теләгенә, бер үк ваҡытта үҙ кәмселектәреңде йәшертен булһа ла таныуға ҡоролған. Ғөмүмән, ундай кеше тормоштағы ҡаршылыҡтарҙы, ҡыйынлыҡ­тарҙы еңеп сығырға тырышмай, ә барлыҡ уңышһыҙлыҡтарында мөхитте, йәшәү шарт­тарын һәм башҡа кешеләрҙе ғәйеп­ләй. Ошондай тойғолар система булып ойошһа, көнсөллөк йыш ҡына нәфрәткә әүерелә. Нәфрәт утында янған кешенең невроз менән сирләүе лә ихтимал. Ял­ғанлыҡ – ул көнсөллөк менән асыу тойғо­һон йәшереү алымы ул. Яуап­һыҙлыҡ иһә – көсһөҙҙәргә хас сифат. Ул тормошта аныҡ маҡсаттың булмауына, башҡаларҙы, башҡарған эш-бурыстарҙы үҙһенмәүгә бәйле.
– Кешелә бындай сифаттар нисек барлыҡҡа килә һуң?
– Уларҙың сәбәбен социаль мөхиттән, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙән, ғаиләнән эҙләргә кәрәк. Күп нәмә тәрбиәгә бәйле, сөнки яңы тыуған сабыйҙың холҡонда бер ниндәй кәмселек тә, етешһеҙлек тә күҙә­телмәй бит. Ә балалыҡ йәшенән сыҡҡан­дарға иһә “кире һыҙаттарыңдың сәбәбен тик үҙеңдән генә эҙлә” тип әйтке килә.
– Йәмғиәттә низағтарҙы йыш күҙәтер­гә мөмкин. Кешеләрҙе көсөргәнешле бәхәстәрҙән ҡотолорға өйрәтергә мөм­кинме?
– Ил-ара низағ хаҡында һүҙ барһа, шу­ны әйтергә кәрәк: бындай хәлдәр иҡтисади ҡанундарға, шулай уҡ үҙ-ара бәхәскә ингән дәүләттәрҙең сәйәсәтенә буйһона. Ә сәйә­сәт, тәү сиратта, иҡтисад менән билдә­лә­нә. Шул уҡ ваҡытта көрсөк шарттарында ла йөҙҙәрсә йыл дауамында күршеләре менән татыу йәшәгән дәүләттәр ҙә юҡ тү­гел. Мәҫәлән, Швейцария. Халыҡ-ара ни­зағты көйләү өсөн бөтә донъя һәм төбәк ойошмалары (БМО, ОПЕК, ЕС) бар. Ләкин бөгөнгө глобаль көрсөк шарттарында улар ҙа көсһөҙ.
“Кешеләрҙе шәхес-ара низағты көйләргә өйрәтеп буламы?” тигән һорауға яуап итеп шуны әйтмәксемен: юҡ, әлбиттә. Әммә үҙеңә өйрәнергә мөмкин. Хәҡиҡәт ошонда ла инде. Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, кеше төрлө тренингтар ярҙамында бәхәс-низағты көйләү алымдарын үҙләштерә. Тик бындай алымдар хәлде бер аҙ йом­шартыуға ғына булышлыҡ итә, ә уны тулы­һынса көйләү низағлашыусыларҙың үҙҙә­ренә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мюнхгау­зендың “үҙ-үҙеңде сәсеңдән тартып һаҙ­лыҡтан сығарыу” хаҡындағы феномены әле лә әһәмиәтен юғалтмай. Әйтемдең асылы ла ошоға ҡоролған: өйрәтеп булмай, әммә өйрәнергә мөмкин. Ысынында иһә кешеләр араһындағы үҙ-ара аңлашыл­маусанлыҡ, бер-береңде ғәйепләү, теләй­беҙме-юҡмы, иҡтисади, сәйәси һәм йәм­ғиәттә була торған башҡа низағтарҙан килеп сыға. Ә уларҙы тикшереү беҙҙең бурысҡа инмәй, был – башҡа фәндәрҙең “аҙығы”.
– Кешенең йәшәү мәғәнәһе нимәлә? Беҙҙең быуатта был төшөнсә үҙгәрҙе­ме?
– Ярайһы уҡ ҡатмарлы, фәлсәфәүи һорау. Был һорауҙы һәр кем үҙ-үҙенә биреп ҡарағандыр һәм уға яуап эҙләгәндер. Миңә ун өс йәш тирәһе булғандыр, бер мәл мәктәптә бергә уҡыған дуҫым минән: “Һин нимә өсөн йәшәйһең, тормошоңдоң мәғәнәһе ниҙә?” – тип һораны. Бер ни әйтергә белмәй, юғалып ҡалдым. Ә уның яуабы әҙер ине. “Шуны бел, дуҫым, кеше өйләнеп, йорт һалыу, балаларына яҡшы тәрбиә биреү өсөн йәшәй”, – тине ул. “Ә ҡасан уҡырға, сәйәхәт ҡылырға, А.С. Пушкин кеүек шағир булырға?” – тип һүҙ көрәштермәксе булдым. “Ғаиләһеҙ, бала­һыҙ кешелек юҡҡа сығасаҡ”, – тип ҡәтғи ҡаршы сыҡты класташым.
Ысынлап та, шулай бит! Ваҡыт үтеү менән “йәшәү мәғәнәһе” тигән төшөнсәгә күп тапҡыр әйләнеп ҡайттым. Студент йылдарындағы бәхәстәр ҙә, студентта­рымдың һорауҙары ла хәтеремдә. Улар йыш ҡына: “Кеше был донъяға ҡайғы-хәс­рәтһеҙ йәшәү өсөн килгән”, “Тормоштоң асылы – йәшәүҙә” тип мәрәкәләй торғайны. Ә бына дәрестә артҡы рәттәрҙә ултырған студент ҡыҙ: “Өләсәйем әйтеүенсә, кеше үлгәндән һуң ожмахҡа эләгеү өсөн йәшәй”, – тигәс, барыһы ла тынып ҡалғайны. Шунда уҡ йор һүҙлеләрҙең береһе: “Кеше 1980 йылда коммунизмда йәшәү өсөн ғүмер кисерә”, – тип әйтеүе булды, бөтә төркөм гөр килеп көлөп ебәргәйне.
Шаяртыуҙы ситкә ҡуйып торғанда, йә­шәү мәғәнәһен түбәндәге төшөнсәләр ме­нән билдәләр инем: танып белеү, хеҙмәттә һәм ижадта һәләтеңде тормошҡа ашырыу һәм үҙеңдең кәрәклегеңде раҫлау. Шул уҡ ваҡытта үҙеңә лә, башҡаларға ла зыян килтермәү мөһим. “Танып белеү” төшөн­сә­һе тигәндә нимәне күҙ уңында тотам һуң? Кеше эйә булған, үҙләштергән белемде, оҫталыҡты, тәжрибәне, тирә-яҡ мөхит һәм кешеләр менән мөнәсәбәтте. Мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда белем алып ҡына ҡалмайбыҙ, ижад итергә лә өйрәнәбеҙ. Кешенең артабанғы тормошо, күсермә аша үткән кеүек, бер төрлө генә булмай (хәйер, ундайҙар ҙа юҡ түгел), ә асыштар, өр-яңы йәшәйеш өлгөһөн уйлап табыу алымдары менән һуғарыла. Шәхес танып белеү, ижад итеү аша үҙ-үҙен раҫ­лай. Был ғаилә ҡороуға ла, балалар тәр­биә­ләүгә лә, ғилми һәм ғәмәли ижадҡа ла ҡағыла. Тимәк, кеше үҙенең ижади ҡеүә­те аша һәләттәрен үҫтереүгә булыш­лыҡ итә.
– “Дөйөм кешелек ҡиммәттәре” тигән төшөнсәне әле нисек аңлайҙар? Хәҙер кеше ниндәй ғәмәлдәрҙе ундай ҡиммәт­тәр иҫәбенә индерә?
– Кеше ғүмере – иң юғары хазина, шуға күрә беҙ уны тикшереп тормайыҡ. Ысынлап та, дөйөм кешелек ҡиммәттәре ниҙән ғибәрәт һуң? Был – күләмле һәм фәлсә­фә­үи һорау. Уның психологияға ҡағылышы булмаһа ла, яуап бирергә тырышып ҡара­йым. Ҡиммәттәр хаҡында һүҙ барғанда ниндәйҙер дөйөмләштерелгән күренештең, системаның бөтөн кешелек өсөн әһәмиә­тен күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Минең­сә, быға киң мәғәнәлә “мәҙәниәт” төшөн­сәһен индерергә мөмкин, сөнки ул – тормоштоң бөтә яҡтарын (фәнде, динде, техниканы, иҡтисадты, ижтимағи ҡоро­лошто, юриспруденцияны, тәрбиәне һәм мәғарифты) үҙ эсенә алған йәмғиәт үҫе­шенең һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, феодаль ҡоролошҡа йәки Яңырыу дәүеренә хас үҙенсәлектәр билдәле бер мәҙәниәттең үҫеш этабын сағылдыра. Тар мәғәнәлә был термин айырым илдең ҡаҙаныш кимәлен билдәләү өсөн ҡулла­ныла. Мәҫә­лән, ҡытай, япон мәҙәниәте. Мәҙәниәт – ул бөтә кешелек байлығы, шуға күрә ул бар халыҡтың көнкүрешен, йолаларын, йәшәү рәүешен үҙ эсенә ала.
Хәҙерге мәҙәниәт иһә билдәле бер биләмәлә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең меңдәрсә йыллыҡ үҫеш дәүерендә барлыҡҡа килгән. Халыҡ юҡҡа сыға икән, ҡағиҙә булараҡ, мәҙәниәт тә юғала. Мәҫәлән, майя халҡы мәҙәниәте, Атлантида мәҙәниәте һ.б. Ҡыҫҡаһы, мәҙә­ниәт – ул бер йәмғиәттәге кешеләрҙең йәшәү рәүеше. Шул уҡ ваҡытта бер нисә ил өсөн мәҙәниәттән өҫтөн торған (дөйөм) ҡиммәттең дә йәшәүе ихтимал. Ул инде ошо дәүләттәрҙең мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу шарты. Мәҫәлән, тыныслыҡ, тото­роҡлолоҡ. Шәхси ҡиммәттәргә килгәндә, ул теге йәки был ҡәүемдең, милләттең, илдең мәҙәниәте менән билдәләнә. Ләкин тормошта иһә шәхси ҡиммәттәр даирәһе бик киң. Улар иҫәбенә һаулыҡ, аҡса, дәрә­жә, ғаилә, матди байлыҡ, дин, ғилемдең дә инеүе мөмкин.
Кешенең асылы шундай: ул бер үк ва­ҡытта бөтөн ҡиммәттәргә лә эйә булырға ынтыла. Әммә йәмғиәт, үҙенең үҫеш кимә­ленә бәйле, ошо ҡиммәттәргә йоғонто яһай, улар менән идара итә, көйләй. Кеше­ләрҙә уларҙың ниндәйе өҫтөнлөк алыуы­нан сығып, бер илдә мәҙәниәттең, дәүләт­тең үҫеш кимәле тураһында ла фарыз итеп була.
– Вадим Фәтхи улы, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Ләйсән ШАҺИВӘЛИЕВА әңгәмәләште.



Вернуться назад