Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары билдәле реконструктор, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы ағзаһы Рафаэль Амантаевтың оҫтаханаһы менән танышты. Ул башҡорт уҡ-һаҙағын тергеҙеү менән шөғөлләнә.Башҡарма комитет ағзалары ат сабышы, милли көрәш менән бер рәттән башҡорт халҡының уҡ атыу спорты ла үҫеш алырға, һабантуйҙар программаһына инергә тейеш тигән фекерҙә. 1814 йылда ата-бабаларыбыҙ Германияның Шварц ауылында уҡ атыу маһирлығын күрһәткән, тип ауыҙ тултырып һөйләргә яратабыҙ, әммә бөгөн шундай маһир милләттәштәребеҙ бармы һуң?
Ҡоролтай ағзалары Рафаэль Амантаевҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Тәү сиратта, әлбиттә, оҫтахана өсөн ҡулайлы иркен бүлмә юллау мөһим. Артабан Өфөлә уҡ атыу буйынса тир булдырыу күҙаллана.
Азат ЯРМУЛЛИН.