Башҡорт батырының яңы рекорды!11.03.2016
Башҡорт батырының яңы рекорды! Эльбрус Ниғмәтуллин һуңғы осорҙа дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ менән берлектә сығыш яһай башланы. Был ысул йәнлек-хайуандарҙы яратырға һәм психологик ҡурҡыуҙы еңергә булышлыҡ итә, тип белдерә батыр.

Ысынлап та, йөҙләгән халыҡ алдындағы тамашала, үҙеңде ҡулға алыуҙан тыш, тере йән эйәләре менән бер командала эшләү икеләтә ауырға тура килә. Әммә башҡорт батыры быға тиклем дә еңел юл эҙләмәне.
Ай башында Эльбрус Ниғмә­туллин ХIХ быуат батырҙарының трюгын ҡабатланы. Ҡапма-ҡаршы яҡҡа тартылған ике атты ул ҡул көсө менән туҡтатты. Халыҡтың үтенесе буйынса быны ул бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Әйтергә кәрәк, ошо трюкты быуатҡа яҡын дәүер эсендә башҡарыусы булмаған.
Ныҡ көсәнеп тартылған малҡайҙарҙың аяҡ мускулдары, ә Эльбрустың ҡулдары имгәнеү ихтималлығы ҙур ине. Бәхеткә күрә, барыһы ла ыңғай булды.
Тамашасылар араһынан бер бала: “Эльбрус ағай, носорогты күтәр”, – тип ҡысҡырҙы. Батыр: “Цирк килһә, мотлаҡ һинең өсөн күтәрермен, бәләкәс”, – тип һүҙ бирҙе. Сығыш аҙағында Эльбрус Ниғмәтуллин көйәрмәндәргә рәхмәт һүҙен еткерҙе, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәргә мотлаҡ ҡолаҡ һаласағын әйтте.
Был яңы рекорд Гиннестар китабына инергә дәғүә итә.






Вернуться назад