Битарафлыҡ бәләһе11.03.2016
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Элеватор урамы, 92-се йорт адресы буйынса йәшәгәндәр торлаҡ-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә өй башындағы ҡар-боҙҙо таҙартыуҙы һорап ҡат-ҡат үтенә. Әммә тегеләрҙең яуабы һәр ваҡыт әҙер: йә махсус техника юҡ, йә кешеләр етешмәй. Халыҡ инәлеп-инәлеп ҡарай, тик һөҙөмтә генә булмай.

Бөгөн килеп идара итеүсе компания вәкилдәре ул ҡар-боҙҙо көрәк менән таҙартыу түгел, кимерергә лә риза ла, тик һуң инде. 9 мартта өс йәшлек ҡыҙҙың башына шул ҡыйыҡтан боҙ шыуып төшә. Баш мейеһе йәрәхәтләнгән бала дауахана реанимацияһына эләгә.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта идара итеүсе компаниялар күптән түгел генә прокуратура тарафынан тикшерелгән. Административ яуаплылыҡҡа тарттырыуһыҙ, ҡыйыҡты таҙартырға мәжбүр итеүһеҙ үтмәгән был рейдтар. Тик, күрәһең, кемгәлер иҫкәртеүҙәр генә аҙ, һуңғы сиккә барып етергә кәрәк.
…Күптән түгел Беренсе каналдағы бер тапшырыуҙа Рәсәйҙә Коммуналь хужалыҡ министрлығы булдырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғаттылар. Уйлап ҡараһаҡ, кәрәк эш кеүек, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булыр ине. Юҡһа түләгән аҡсаны сәлдереп йылы яҡҡа ҡасҡан яуыз әҙәмдәр, кешеләрҙе һыуыҡ фатирҙа йәшәргә мәжбүр иткән компаниялар аҙмы ни? Ә үрҙәгеләй осраҡтар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Хәйер, министрлыҡ та булдырылыр, идара итеүсе компанияларҙа ныҡлы тәртип урынлаштырылыр. Тик бына баяғы һымаҡ күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һабаҡ алыу нигеҙендә башҡарылырға тейешме ни ул эш?!.




Вернуться назад