Бурысты үтәүгә — бер йыл11.03.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төбәктәге ғилми берләшмә һәм Мәскәүҙең “Сколково” идара итеү мәктәбе вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә 2030 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын эшләү барышы тикшерелде. Ул киләһе йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡабул ителергә тейеш.
— “Стратегия-2030” бергәләшеп алға барыуыбыҙҙың төп йүнәлештәрен һәм ошо дәүерҙә республика власть органдарының аныҡ ғәмәлдәрен билдәләгән объектив, ысын, фәнни йәһәттән нигеҙләнгән программа булырға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы. — Стратегик планлаштырыуға дөрөҫ анализ, етди һәм системалы ҡараш беҙ көткән һөҙөмтәне бирер, тип ышанам.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, документ төбәк иҡтисадындағы ыңғай ҡаҙаныштарҙы нығытырға тейеш.
— Һуңғы биш йылда, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, республикала иҡтисад тотороҡло. Байтаҡ йүнәлештәр буйынса эштә алға китеш бар, — тине ул. — Халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостанды таныйҙар, ул күптәр өсөн асыҡ. Беҙҙәге эш шарттары инвесторҙарҙы ла йәлеп итә.