Полковник ҡаза менән көрәшәсәк11.03.2016
Рәсәй Президенты Владимир Путин Марат Латиповты яуаплы вазифаға тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми Интернет-порталында донъя күрҙе.
Полковник Марат Латипов быйыл 1 февралдән Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт бәлә-ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡара ине. Ошо көндәрҙә ул был вазифаға рәсми тәғәйенләнде.
Марат Латиповҡа 49 йәш. Ул Тольятти юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһын тамамлаған. Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары подразделениеларында етәксе вазифаларҙа эшләгән.