“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...”11.03.2016
“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...” “Хәстәрле лә улар, егәрле лә,
Һис кенә лә тынғы белмәйҙәр.
Ағайҙарым дәртле булғанғамы,
Йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр”, –


тип йырлай Ғафури егете Фәрүәз Урманшин. Белмәй
данламай йырсы: райондың, мәҫәлән, оло тарихлы Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән, үткән быуатта барлыҡҡа килгән Ҡурғашлы ауылдарындағы еңгәй-килендәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Бала ла баға улар, донъяһын да бынамын
итеп көтә. Ире Себер яғында эшләгәндәрҙең иңенә
тормош мәшәҡәттәре айырыуса күп төшә.
Ләкин бер ниндәй ауырлыҡ та ҡурҡыта алмай уңған, тәүәккәл, дәртле еңгәй-килендәрҙе.


Уртаҡ яҙмыштар

“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...”Ысынлап та, Себерҙә эшләргә мәжбүр булған ир-ат күп ауылда.
– Үткән быуат аҙағында урындағы урман хужалығы предприятиеһы ябылғанлыҡтан, бер юлы өс ауыл халҡы хеҙмәт урынынан яҙғайны. Һөҙөмтәлә күптәр ситтә аҡса таба, – ти был йәһәттән Ташбүкән ауыл хакимиәте баш­лығы Гөлназ Азимова. – Йүнен табырға тырышыуҙарына, буш ятмауҙарына ҡыуанабыҙ.
Мәҫәлән, Түбәнге Ташбүкән егете Юлай Ибәтуллин Нижневартовск ҡалаһында эшләй. Бәғзеләр кеүек, аҡса алып ҡайттым тип, ауылда “ҡырын төшөп” ятмай. “Т-40” тракторы менән халыҡтың баҡса ерен һөрөп бирә, бесән саба, мал аҙығын ташыша. Техникаһы булғанлыҡтан, үҙе лә күп итеп мал аҫрай. Ҡураһында – ике баш һыйыр, тиҫтәнән ашыу һарыҡ, һанһыҙ ҡош-ҡорт. Һөҙөмтәлә башҡа кешеләргә лә уңайлы: йәйгеһен ҡырҙан ял итергә ҡайтыусылар һөт-ҡаймаҡты, итте, йомортҡаны сиратлап алып бөтә.
Юлайҙың ҡатыны Роза – күрше Ишембай районынан. Ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән улар. Азат Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алһа, ағаһы Салауат, ошо уҡ уҡыу йортон тамамлап, хәрби бурысын үтәй. Гөлнурҙары иһә район үҙәгендәге гимназия-интернатта ғилем туплай, ата-әсәһе янына аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡайта. Шуға ла Роза апай башлыса яңғыҙы донъя көтә. Әммә бирешмәй уңған ҡатын: малын да ҡарай, донъяһын да тәртиптә тота. Әйткәндәй, Ибәтуллиндар быйыл йәй умарталарын ишәйтергә уйлай. Ошо маҡсатта урман буйынан ҡуртымға ер ҙә алғандар.
– Ниндәй эшкә тотонһам да, тәүҙә балалар хаҡында уйлайым. Барыһы ла улар өсөн бит. Ошо маҡсат гелән алға әйҙәй, – тип йылмая ир-уҙаман.
Әйткәндәй, ул тап ошо көндә Себергә йыйына ине. Роза апайҙың янында бер аҙға Азаты менән Гөлнуры ҡаласаҡ. “Юлға сыҡҡансы утынды ярып, өйөп ҡуйырға кәрәк”, – тип кәңәшләшеп алды улар.

* * *
“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...”Юлай Ибәтуллин эшкә китергә әҙерлән­һә, Мөлөковтар ғаиләһе, киреһенсә, йорт хужаһын ҡырҙан ҡаршылай.
– Бөгөн – өйләнешкәнебеҙгә 24 йыл, – тине шатлығы йөҙөнә сыҡҡан хужабикә Гөлнара.
Ул – ошо уҡ райондың Юлыҡ ауылы ҡыҙы. Түбәнге Ташбүкәнгә сирек быуат элек башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә һәм, кейәүгә сығып, төпләнеп ҡала.
Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп, ауылды йәнләндереү ниәте менән йәшәй башлай Рауил менән Гөлнара. Әммә тормош үҙенекен итә. Ҙур хужалыҡ тарҡалғас, ғаилә башлығы аптыраған көндән Себер яғына юллана. Был ваҡиғаға хәҙер инде 14 йыл үткән.
– Ауырлыҡтарҙы байтаҡ кисерергә тура килде, – тип иҫкә алды үткән тормошон Гөлнара Тимербулат ҡыҙы. – Ирем – ҡырҙа, үҙем мәктәптә эшләйем. Дәрестән ҡайтам да һарайға йүнәләм. Зарығып көткән малдар араһында өс һауын һыйыры... Бынан тыш, мәктәптә эш дәрес менән генә тамамланмай бит әле.
Ныҡышмал, сабыр Мөлөковтарҙың тырышлығы бушҡа китмәй: ҙур йорт һалып сыҡҡандар, ихаталарына һоҡ­ланып туймаҫлыҡ. Өҫтәүенә ҡалала фатир ҙа хәстәр­ләгәндәр. Һөҙөмтәлә улдары ғаиләһе менән шунда йәшәй.
Әйткәндәй, Гөлнара Тимербулат ҡыҙы эшендә ҡыҫ­ҡартылыуға эләккәс, ир менән ҡатын ҡалаға китергә лә уйлап ҡуя. Әммә тыуған ерҙең ҡөҙрәте ҙур шул.
– Килен өйөнән ҡаҙ мамығылай осоп сыға ла ҡәйнә йортона мунса ташы булып бата. Ташбүкәнемде ташлап китә алманым, – тип йылмая уңған хужабикә.
Бынан тыш, ғаиләнең йәшлек хыялы ла бар бит әле: ауылды йәнләндереү идеяһынан әле лә төңөлмәгәндәр. Изге маҡсатты Рауил ағай ауыл старостаһы булараҡ тормошҡа ашыра барһа, ҡатыны – уның уң ҡанаты.

* * *

“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...”Розалия Ашурованың тырышлығына, етеҙлегенә һоҡланып туймаҫлыҡ: береһенән-береһе бәләкәйерәк өс баланы тәрбиәләй, өҫтәүенә ире Фәрит Себерҙә саҡта бөтөн донъя мәшәҡәтен үҙ иңенә йөкмәй. I класта уҡыған ҡыҙы Илнара – әсәһенең уң ҡулы. Ҡустыларын ҡараша, өй эштәрендә лә ярҙам итә. Ҡыҙынан тыш, әсәһенә лә рәхмәтле Розалия. Өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен ихлас тәрбиәләшә. Розалия декрет ялына тиклем Красноусолға йөрөп эшләгән.
– Ашуровтар – уңған ғаиләләрҙең береһе. Донъя көтөргә тырышып торалар, – тип һоҡланыуын белдерҙе ауыл хакимиәте башлығы Гөлназ Азимова. – Тәүҙә магазин асып ҡаранылар. Ҡышҡыһын ауылда кеше аҙ йәшәгән­лектән, сауҙалары алға китә алманы. Шулай ҙа эштән төңөлмәне йәш ғаилә. Фәрит ситкә китеп булһа ла аҡса таба, Розалия ла буш ултырмай. Ышанам уларға: ҡыйынлыҡтар осрап тороуға ҡарамаҫтан, ауылды ташлап китмәйәсәктәр. Ни тиһәң дә, күптән түгел Әсәлек капиталы аҡсаһына өй һатып алып, шунда яңы дәрт менән йәшәй башланылар.
Бындағы гүзәл зат вәкилдәре, ысынлап та, һәр яҡлап өлгө алырлыҡ. Донъя көтөүҙән тыш, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй улар. Матурлығын һаҡларға, сәләмәтлеген хәстәрләргә лә онотмайҙар. Мәҫәлән, почта бүлексәһе етәксеһе Рәзимә Усманова буш ваҡытында саңғыла йөрөргә ярата. Башҡалар ҙа унан өлгө алырға тырыша.
Үҙ ерендә
иркен тын алып


“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...”Үҙ ерендә йүнен табып, матур донъя көткәндәр байтаҡ бында. Шундайҙарҙың береһе – Ҡурғашлыла йәшәгән Фәйзуллиндар ғаиләһе. Марат ауылдаш егеттәрен туплап, урман менән шөғөлләнә. Бының өсөн бөтөн техникаһы бар булдыҡлының: трактор, йөк машинаһы, ҡаргиҙәр, бысҡылар, таҡта ярыу цехы… Рәүиәнең иңендә иһә – мал ҡарау, эшселәрҙең тамағын хәстәрләү.
Йүнселдең әйтеүен­сә, бураға, таҡтаға заказ күп. Тик һәйбәт ағас табыуы ҡыйынға төшә икән. Уның ҡарауы, утын һатыуҙан табыш мул килә. Ни тиһәң дә, өс ауылдың береһенә лә газ үтмәгән бит. Киҫелгән, ярылған утын йөгөн егеттәр биш-ете мең һумға һата. Был тәү ҡарашҡа байтаҡ аҡса кеүек. Әммә ағасты йығыуға, сығарыуға, ярыуға киткән сығым да аҙ түгел. Көс тә кәрәк. Бирешмәй егеттәр. Иң мөһиме – ситтә аҡса табырға мәжбүр түгел улар, тыуған ерендә иркен тын алып эшләйҙәр.
Ғөмүмән, Марат – урындағы халыҡтың ныҡлы таянысы. Һәр кемгә ярҙам итә, ауылды төҙөкләндереү, унда тәртип ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҙә урап үтмәй үҙен. Тырыш ир-уҙамандың умарталығын киңәйтеү иҫәбе лә бар. Яңыраҡ ошо эш өсөн кредит йүнләгән.
– Йәй етһә, ағас эшен онотоп торабыҙ, – ти ул. – Барлыҡ көстө умартасылыҡҡа йүнәлтергә тура килә. Балды өйҙән үк килеп алалар.
Башланғысының дауамлы булырына, буй еткереп килгән улы Илмирҙың тыуған нигеҙендә ҡалып, ошо юлды дауам итеренә ҙур өмөт бағлай уңған ир-уҙаман.
Төйәгенең киләсәген хәстәрләгән шәп егеттәр Үрге Ташбүкәндә лә бар. Мәҫәлән, йәшлеген ситтә үткәрһә лә, барыбер кендек ҡаны тамған ергә ҡайтып төпләнгән Фирдус Мөхәмәтйәнов менән хаҡлы ғорурлана ауылдаштары. Ул ҡайһы берәүҙәр кеүек “дачник” булып, үҙ ихатаһына бикләнеп ятмай. Ауылдың имам-хатибы, шул уҡ ваҡытта депутат вазифаһын да уңышлы атҡара.

Гәрәй-ҡыпсаҡтар шундай була!

“Ағайҙарым дәртле булғанғамы, йәш йөрәкле беҙҙең еңгәйҙәр...”Рухлы кешеләр йәшәй бында. Йолалар тергеҙелә, ижади ҡомартҡылар өйрәнелә. Халыҡ тарихына ла һаҡсыл ҡарашталар. Мәҫәлән, 2014 йылда Үрге Ташбүкәндә Фәнил Кинйәбаев менән Ғәсәр Әбелғатиндың башланғысы менән 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйғандар. Ә былтыр мемориал барлыҡҡа килгән. Ул Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған, хәбәрһеҙ юғалған һәм яуҙан еңеү менән ҡайтҡан ҡаһарман ауылдаштарына бағышланған.
Былтыр бында йәнә бер ҙур ваҡиға булған – гәрәй-ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәренең V йыйыны үткән. Уға ярашлы, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм Шәжәрә байрамдары ла ойошторолған. Ҙур сарала ырыу аҡһаҡалы, Башҡор­тостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән гәрәй-ҡыпсаҡтарҙың ырыу ҡорбашы Сабир Шәрипов та ҡатнашып, осрашыуға мәртәбә өҫтәгән. Халыҡтың берҙәмлеге тағы ла нығына төшкән, туғанлыҡ, яҡташлыҡ мөнәсәбәттәре яңыртылған был байрамда. Кешеләр тыуған төйәгенең киләсәге, тамырҙарҙы һаҡлау мөһимлеге тураһында тәрәнерәк уйлана башлаған.

* * *

– Заманында Ҡурғашлы мәктәбендә 350 бала уҡый ине, – тип хәтирәләргә бирелде 43 йыл башланғыс класc уҡытыусыһы булып эшләгән Фәнүзә Ҡотова.
– Булды шул замандар… Урындағы хужалыҡ та гөрләп торҙо, – тип һүҙгә ҡушылды ярты быуатҡа яҡын мәктәптә хеҙмәт иткән Хәсән ағай Ҡотов.
Ғүмерен педагогикаға арнаған, бынамын тигән балалар үҫтергән әлеге ғаилә ағзаларының һүҙҙәрендә, һис шикһеҙ, хаҡлыҡ бар. Урында ниндәйҙер ҙур ойошма, хужалыҡ булһа, тормош тағы ла йәнләнеп китер ине. Мәҫәлән, Роза менән Гөлнара апайҙарҙың, Розалияның иренә көн дә төшкө аш бешергеһе, Мараттың бер урында эшләгеһе, Азаттың диплом алғас тыуған ерендә хеҙмәт урынын тапҡыһы килмәй тиһегеҙме? Тик булырмы халыҡты туплай торған эш ере? Һәр хәлдә, былтыр биләмә янында нефть ятҡылығы табылған…

https://arenda-66.ru/


Вернуться назад