Әҙәбиәтһеҙ халыҡ – үлек09.03.2016
Сәсән

Батырмын тип кем әйтмәй, –
Яу килгәндә йүне юҡ;
Сәсәнмен тип кем әйтмәй, –
Дау килгәндә өнө юҡ.
Салауат Юлаев.

***
Сәсән булыу – ҡылыс теленән үтеп, упҡын ситендә йөрөп, артыңда мөлдөрәп ҡарап торған халҡыңа тейешле һүҙ әйтеү ул.
Розалия Солтангәрәева.

***
Сәсән үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
Илшат Йомағолов.

***
Халыҡ сәсәндәре, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ осоронда халыҡтың тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын асып биргән ваҡытлы матбуғатты ла, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе агитатор-шағиры ла, уҙғандарын һөйләүсе тарихсы ла улар.
Мөхәммәтша Буранғолов.

***
Сәсән – милләттең намыҫы,
Рухи осош-балҡышы,
Йәшендәрҙе ҡайтарғысы –
Ил-йортонда яҙмышы.
Фәнил Күзбәков.

***
Яманлыҡты яҡламаҫ,
Дошман хәтерен яҡламаҫ,
Яҡшылыҡты һөйләр ул.
Илдең зарын һөйләр ул,
Яуға саҡырып өндәр ул,
Дауға саҡырып өндәр ул.
Ҡобағош сәсән.

***
Көрәш ҡайҙа – шунда сәсән!
Зәйнәб Биишева.

***
Ил гиҙеүсе сәсән,
Халыҡ күңеленә өмөт сәсеп,
Йыр игеүсе сәсән.
Мостай Кәрим.

***
Сәсән ғәмде тыңлатмаһа –
йәне сығыр,
Батыр сәмде уятмаһа –
ҡаны сығыр.
Ҡәҙим Аралбай.

***
Сәсәнде сәсеп үҫтереп
ҡарағыҙ, йә?
Әйткәнен сәнсеп үлтереп
ҡарағыҙ, йә!
Мәхмүт Һибәт.

***
Сәсәндәрҙән китап ҡала,
Ғәйбәтсенән тик тап ҡала.
Хәниф Кәрим.

***
Бал ҡортондай, тамсылап,
Сәсән йыйыр ил зарын,
Йыйнап әйтер йырында, әү,
Күңелендә ни барын!
Михаил Воловик.


Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.



Вернуться назад