Оҫтаханала тыуған гүзәллек09.03.2016
Оҫтаханала тыуған гүзәллек “Девятов һәм Ко” художество оҫтаханаһының тарихи тамырҙары 1990 йылға барып тоташа. Тап шул осорҙа Сибайҙағы Көньяҡ-көнсығыш геология разведкалау экспедицияһы ҡарамағында халыҡ ҡулланыуы тауарҙары цехы ойошторола. Унда биҙәүестәр, утилитар әйберҙәр, йәшмәнән сувенирҙар етештерәләр.

Оҫтаханала тыуған гүзәллек1996 йылда оҫтахана әйберҙәренә Башҡорт­остандың халыҡ художество кәсептәре статусы бирелә. 2000 йылда шәхси эшҡыуар Д.А. Де­вя­товтың шәхси предприятиеһы асыла. Йәнә 14 йыл­дан предприятиеның ойоштороу формаһы үҙгәрә. Әле ул яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булараҡ теркәлгән. Генераль директоры — Светлана Павловна Баскакова.
Әле Башҡортостанда художество кәсебе менән шөғөлләнгән өс предприятие бар. Оҫтахана эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Флоренция мозаикаһы техникаһында төрлө паннолар яһау. Башҡортостанда бындай технология Өфөлә һәм Сибайҙа ғына үҫешкән, сөнки йәшмәнән тап ошондай мозаика яһау — бик ҡатмарлы ижади эш. Аҫылташтан шкатулканы бөтә оҫтаханаларҙа ла күрергә мөмкин, ә бына Флоренция мозаикаһы һәр кемдең дә ҡулынан килә торған шөғөл түгел.
Оҫтаханала тыуған гүзәллекКоллективта “Һәр әйбер сифатлы һәм камил булырға тейеш” тигән девиз менән эшләйҙәр. Шуға күрә ошо өлкәлә ярайһы уҡ ҙур абруй ҙа, танылыу ҙа, наградалар ҙа яулап өлгөргәндәр. Йәмғиәттең эштәре Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа ойошторолған күргәҙ­мәләрҙә даими ҡатнаша. Мәҫәлән, 2012 йылда ғына оҫтахана ошондай 16 сараға йәлеп ителгән.
Әйберҙәрҙең күбеһе Рәсәй Мәҙәниәт министр­лығының художество ҡиммәттәрен баһалау буйынса эксперты Валентин Васильевич Скур­ловтың һығымталарына эйә. “Айыуға һунар” һәм “Ҡыҙылтүш” тигән эштәре Санкт-Петербургта үткәрелгән “Ювелир Олимп” абруйлы халыҡ-ара конкурсында I дәрәжә диплом һәм алтын миҙал яуланы.
“Девятов һәм Ко” оҫтаханаһында Мәскәү тау университеты студенттары практика үтә. Оҫталыҡ дәрестәрен Мәскәү ҡалаһының Һынлы сәнғәт һәм акварель академияһы оҫтаһы С.Н. Андрияки үткәрә.
Предприятие экспертҡа йүнәлтелгән. Уның эштәре дәүләт учреждениеларын биҙәй, Башҡортостандағы, Рәсәйҙәге, шулай уҡ сит илдәрҙәге музейҙарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.




Вернуться назад