[b]Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында ауылына “киләсәкһеҙ” тигән мөһөр һалынһа ла, район етәкселәре килеп тә, саҡыртып алып та мотлаҡ икенсе ергә күсергә кәрәклеге тураһында ҡайта-ҡайта иҫкәртһә лә, йәшәгән төйәген ташлап китмәй ир-уҙаман Рифҡәт Хәйретдинов. Башҡорт Бөркөтө тигән ауылда бары тик өс кенә ғаилә йәшәп ҡалған саҡта барып, Рифҡәт ағай менән оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырылды.
90 йәшен тултырған уҙамандың зиһене яҡты, фекерҙәре теүәл, хәтере яҡшы ине. [/b]
– Башҡорт Бөркөтө тигән ауыл урынын һаҡлайым, яҡты донъянан иртә киткән ҡатыным менән бергә ҡорған донъямды ташламайым. Бәлки, ошо тиклем хозур тәбиғәтле төйәкте һаҡлайыҡ тип ауылға ҡабат ҡайтып ултырыусылар булыр. Йәшәгән тиклем йәшәп булмаҫ, шулай ҙа китмәйем, – тине ул.
Алтын аҡыллы өлкәндәр менән осрашып, һөйләшеп ҡала алыуыма, уларҙың хәтер һандығында һаҡланған рухи ҡиммәттәрҙе мөмкин булған тиклем аҡ ҡағыҙға төшөрә барыуыма шатмын... Рифҡәт ағай ҙа яҡты донъя менән хушлашты.
Гөрләп торған ауыл булған ул Башҡорт Бөркөтө. Илдә Никита Хрущев етәкселек иткән йылдарҙа Заславская тигән бер ғалимәнең тәҡдиме менән ауылдарҙы эреләтеү башлана һәм иҫ китмәле матур, уңайлы, мал тиһәң – мал аҫрап, иген тиһәң – иген сәсеп донъя көтөп ятҡан ауылдарҙы ҡош ояһындай ҙа күрмәй туҙҙырып, тарҡатырға керешәләр.
Рифҡәт Хәйретдинов ошо уҡ ауылда йәшәгән һеңлеһе менән һөйләшә.
– Венера һеңлем, китмәйек ауылдан. Балаларыбыҙ үҙҙәре үҫкән ер йылыһын тойор, сабый саҡ хәтирәләренә сумып күңелдәренә ял алыр өсөн ҡайта бит. Китһәк, ҡайҙа күҙ төбәп ҡайтырҙар, – ти. Венера һеңлеһе лә, ауылды ташлап китмәҫкә ҡарар иткән Мәрзиә менән Сәғит Ҡотлобаевтар ҙа урындарынан ҡуҙғалмай. – Ауылды ташламайыҡ. Бынан китһәк, тегендә китергә лә күп ҡалмаҫ. Ҡарт ағасты урынынан ҡуҙғатһаң, мандымай ул. Ҡотҡоға бирелепме, эш эҙләп сығып киткән балалары артынан эйәрепме, ауылды ташлаған ҡарттарҙың береһе лә юҡ. Минән күпкә йәшерәктәр үлеп бөттө. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай. Әммә уларҙың йәшәрлектәре бар ине әле.
Совхоз етәкселеге менән һөйләшеп-килештем дә ауылда совхоз умарталығы ойошторҙоҡ. Хәзирәмдең минән алда китеп барыуы үкенес. Йәшәрлеге бар ине әле. Һуғыш ауырлыҡтары тылда улар елкәһенә төштө шул. Колхоздың аттары тотош фронтҡа оҙатылды. Ер эштәре үгеҙ менән һыйырға тороп ҡалды. Тылдағы бар эш быуындары нығынып етмәгән малай-шалайға ла, ун биш-ун ете йәшлек ҡыҙҙарға тороп ҡалды. Һыҙлана торғайны. Тик һиҙҙермәҫкә тырышты. Күргән ауырлыҡтарын бик һөйләп бармай торғайны. “Ил күргәнде күрелде инде. Беҙҙең өҫтән пулялар яуып торманы бит фронттағы һымаҡ”, – тигән булыр ине.
Һүҙҙән һүҙ сығып китеп кенә ҡайһы берҙәрен көлөмһөрәй биреп ысҡындырғылай ине. Ә уның үткәргәндәрен күҙ алдына килтерһәм, әле лә табандарым зымбырҙап китә. Мин фронтта ваҡытта бер ни белдермәгәндәр.
Ә эш былай булған. 1942 йылда бер нисә йәш ҡатын-ҡыҙҙы, шул иҫәптән Хәзирәмде лә хәрби комиссариат янында уҡыуға йөрөткәндәр һәм хәрби хеҙмәткәр билеты биргәндәр. Ни өсөн икәнен әйтмәгәндәр. 1944 йылда, уларҙы саҡырып алып, хәрби бурыстың ниҙән ғибәрәт булыуын аңлатҡандар. Баҡһаң, фашистарҙан азат ителгән Украинаға Башҡортостандан мал ҡыуып алып барырға тейеш булғандар икән. 106 баш һыйыр йыйып алғандар. Нәҫел башмаҡтары менән бер нисә үгеҙ, үҙҙәренә һауып эсер өсөн һыйыр ҙа алғандар. Еткән дүрт ҡыҙ ҙа ике үҫмер малай: Әбсәләм ауылынан – Закира, Мораҡтан – Надя, Новохвалынскиҙан Клавдия исемле ҡыҙҙар, шулай уҡ Мораҡтан Петя менән Павел исемле ике малай.
– Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, Мәскәү тирәһенә, аяуһыҙ һуғыш булып үткән ерҙәргә килеп еттек. Емерек өйҙәр, бомба шартлаған соҡорҙар, ватыҡ танктар аунап ята. Иламай саҡ тыйылып киләбеҙ. Мал ҡыуышып килгән малайҙарыбыҙ аунап ятҡан танктарға, пушкаларға менеп уйнай, гильзалар йыйып алып шаяра. Һыйыр онотолдо, һуғыш уйнап тик йөрөйҙәр. Тыйып алып булмай. Ярай әле Егор исемле ветфельдшер уларҙы тыңлата алды. Белорет яғынан ошолай беҙҙең кеүек мал ҡыуып килеүселәр араһынан бер малай граната уйнатып, шартлап үлгән, тип тыя ине. Тик Егорҙы икенсе көтөүҙәргә ала ла китәләр ине, – тип һөйләгәне хәтерҙә Хәзирәмдең.
Айҙар буйы ялан аяҡлап мал ҡыуып барһындар инде...
– Көҙгө һыуыҡтар башланғас ҡына сабата кейеп алдыҡ. Ул хәтлем атлауға ниндәй сабата түҙһен инде. Аптырап, табанды ҡапларлыҡ итеп алам-һалам урап бәйләйбеҙ. “Был аяҡтар аҙаҡ эшкинерме икән? Ҡайта алырбыҙмы икән?” – тип ҡайғырып һөйләшеп-һөйләшеп ала торғайныҡ, – тип иҫенә төшөрә торғайны ул. Чкалов (хәҙерге Ырымбур) – Һарытау – Сталинград (хәҙер Волгоград) – Ворошиловград – Воронеж – Харьков маршруты буйынса ҡыуғандар малды.
Сабырлыҡ ҡына түгел, ҡыйыулыҡ та, саялыҡ та булған Хәзирәмдә. Харьков тапҡырына еткәс, оло юл аша сығып, ҡалаға боролорға кәрәк булған. Әммә оло юлдан һуғыштан һуң ҡайтып барған фронтовиктар тейәлгән машиналар ағымы туҡтамай икән.
– Һыйырҙарҙы ҡыуып юл ҡырлап киләбеҙ, ҡала тапҡырын үтеп барабыҙ, әммә боролор форсат юҡ. Мал ас, таралыша башланы. Илайым, аптырауымдан ни эшләргә лә белмәйем, – тип аҙаҡ илай-көлә һөйләй ине ул.
Шунан Хәзирәм юл уртаһына сыҡҡан да ҡыҙыл яулыҡ болғарға тотонған. Хәрәкәт туҡтаған, әммә өҫтө-өҫтөнә быуыла башлаған. Әхирәттәре ашыға-ашыға малдарҙы ҡыуырға керешкән. Икенсе көтөүҙәрҙе лә был яҡҡа борғандар. Нисек ҡурҡмаған ул? Әгәр берәй хәрби начальник күреп-белеп ҡалһа, трибунал көтә бит юл хәрәкәтен туҡтатҡан өсөн.
Бына шулай булған хәлдәр. Ә мин фронтта әллә ниҙәр уйлап бөттөм. Уйламаҫлыҡмы ни? Өйләнешеп ярты йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк бит. 1941 йылдың 6 июлендә үк фронтҡа киттем. Төньяҡ флоттың диңгеҙ пехотаһында десантсы булып хеҙмәт иттем. 25 йәштә өйләнеп, 17 йәшлек кенә кәләште ауылда ҡалдырып кителде... Хәзирәмде шул тиклем һағына торғайным, ул саҡтағы үҙәк өҙөлөү әле лә онотолмаған. Тирә-яҡта матурлығы, уңғанлығы менән дан тота ине ул. Матур йәшәнек. Балаларыбыҙ һөйөү нурына сумып үҫте. Балаға һөйөү йылыһы үҫемлеккә ҡояш нуры кеүек бит ул.
Хәзирәм бик аҡыллы әсәй булды. Балаларҙы икебеҙ ҙә ныҡ яраттыҡ. Әммә тормошҡа иртә әҙерләй башланыҡ. Эшкә өйрәттек. Тик эште бер ваҡытта ла яза итмәнек, уны беҙ күңелгә ҡәнәғәтлек килтерә торған сара итеп өйрәттек. Үҙебеҙ менән бергә йөрөттөк, ҡыҙыҡһыныу уяттыҡ. Күрә лә, ҡана мин эшләйем, тип үҙҙәре башлап тотона торғайны. Шунан инде белмәгәндәрен өйрәтәһең дә матур итеп тамамлап ҡуйыуҙарын талап итәһең. Үҙ эштәренә үҙҙәрен һоҡландыраһың. Балалар янында аҙ булдым. Хәзирәм тәрбиәләне уларҙы. Дәрестәрен дә әҙерләтте, аш-һыуын да, кейемдәрен дә хәстәрләне.
[b]Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.[/b
]