Йәш һауынсы тәжрибә туплай07.03.2012
Өфө районының Дмитриевка һөтсөлөк фермаһында бына инде дүртенсе йыл Светлана Залаева һауынсы булып эшләй.
Светлананың әсәһе Рәүфә Фаяз ҡыҙы ла ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән. Ҡыҙыҡай ҡул араһына инеү менән әсәһенә гел ярҙам иткән. Ун дүрт йәше тулыу менән йәйге каникул мәлендә һауынсы булып эшләп ҡарай һәм булдыра. Кейәүгә сыҡҡас, Светлана ире Илгиз менән Дмитриевка ауылына күсеп килә. Тормош иптәше — мал көтөүсе, үҙе һауынсы булып яңы ерҙә эш башлайҙар.
— Хеҙмәттәштәрем мине һәйбәт ҡабул итте, гел ярҙамлашты, кәрәк саҡта кәңәштәрен дә йәлләмәне. Һыйыр һөттө мул бирһен өсөн уның менән уртаҡ тел таба белергә, иғтибарлы, кеселекле булырға кәрәк, — ти Светлана.
Быйыл ул һәр һыйырҙан 3702 килограмм һөт һауып алған.
Иртәнге эшен бөтөү менән Светлана үҙ өйөнә ашыға. Унда улдары Илназ әсәһен һағынып көтөп ала.
Дилә ҒАФАРОВА.


Вернуться назад