Илебеҙ, республикабыҙ тарихына ҡағылышлы документаль мираҫ архивтарҙа һаҡлана. Бөгөнгө йәмғиәттә уларҙың әһәмиәте бик ҙур. Борондан тупланып килгән дәүләт документтарын, халҡыбыҙ йылъяҙмаһын һаҡлау нисек ойошторолған? Республика архивтарының хәҙерге торошо, уларҙың эшмәкәрлеге, уңыштары һәм проблемалары хаҡында һөйләүен үтенеп, беҙ Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы И. В. ҒӘЛЛӘМОВҠА мөрәжәғәт иттек.– Илфат Ваис улы, Рәсәй архивтары көнө алдынан гәзит уҡыусыларҙы был иҫтәлекле көндөң тарихы, Һеҙ етәкләгән ведомствоның күҙгә бик салынып бармаған эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Ысынлап та, архив хеҙмәте – ул күптәрҙең иғтибарынан ситтә, күләгәлә торған тармаҡ. Был шулай булырға тейештер ҙә. Сөнки архив кәштәләрендә илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ғәйәт бай тарихын сағылдырған тәүсығанаҡтар һаҡлана. Ә инде архив хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – дәүләт әһәмиәтендәге ошо ҡиммәтле мираҫты һаҡлап алып ҡалыу һәм киләһе быуындарға еткереү.
Архивтар көнө ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең тармаҡ тураһында хәтергә төшөрөү өсөн генә уйлап сығарылған иҫтәлекле көн түгел, ә быны ил етәкселегенең дәүләтселегебеҙҙә архивтың тотҡан урынын юғары баһалауы, уның әһәмиәтен яҡшы аңлауы тип тә ҡарарға кәрәк.
Был иҫтәлекле көндөң рәсмиләштерелеү тарихы шунан ғибәрәт: 1720 йылдың 10 мартында Петр I «Генераль регламент йәки Устав» тип нарыҡланған документҡа ҡул ҡуя. Унда Рәсәй дәүләтенә идара итеүҙе ойоштороу нигеҙҙәре билдәләнә. Нәҡ ошо документҡа ярашлы, артабан Рәсәйҙең барлыҡ власть органдарында ла архив эшен ойоштороу башлана. Ә инде Рәсәйҙең Федераль архив хеҙмәте коллегияһы тәҡдиме менән 2002 йылдан алып илебеҙҙә Архивтар көнө билдәләнә.
2013 – 2018 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында архив эшен үҫтереү» дәүләт программаһы бурыстарын үтәү маҡсатында Архив эштәре буйынса идаралыҡ ҙур эш алып бара. Ошо көндәрҙә үткән коллегия ултырышында 2015 йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһалды, проблемалар тураһында етди һөйләшеү булды һәм киләһе йылға аныҡ бурыстар билдәләнде. Коллегия ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И. А. Тажетдиновтың ҡатнашыуын һәм сығыш яһауын юғары даирәләрҙең беҙҙең тармаҡҡа ҙур иғтибар бүлеүе тип ҡабул иттек. Илшат Азамат улының ҡулынан почет грамоталары, рәхмәт хаттары алып ҡыуаныс кисергән алдынғы архив хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә ауыр һәм яуаплы эштәрендә һынатмаҫ, тип ышанам.
– Архив учреждениелары башҡарған эш күләме тураһында әйтеп китһәгеҙ ине. Халыҡ һеҙгә күп мөрәжәғәт итәме?
– Хәҙерге көндә республикала бер дәүләт архивы (Башҡортостан Республикаһының Милли архивы) һәм 63 муниципаль архив иҫәпләнә. Халыҡ һис тә архивтарға һуҡмаҡты һыуытмай. Һуңғы йылдарҙа эш күләме күп тапҡырға артты. Мәҫәлән, 1993 йылда архив учреждениеларына 3 мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән булһа, былтыр иһә ойошмаларҙың һәм ябай кешеләрҙең 193698 үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән (2014 йылда – 184254, 2013-тә – 168307). Хаттарҙың тематикаһы ла бик киң: иң күбе пенсияға сығырға йыйынған кешеләр хеҙмәт стажы, эш хаҡы, дәүләт наградалары менән бүләкләнеүе тураһында мәғлүмәт алыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә, ер биләмәһе, милекте хосусилаштырыу буйынса ла белешмә алырға теләүселәр байтаҡ ҡына.
Башҡортостан Республикаһының Архив фондында (дәүләт һәм муниципаль архивтарҙы ла индереп) әле 4 миллион 400 меңдән ашыу документтың төп нөсхәһе һаҡлана. Архив мәғлүмәттәрен файҙаланыусылар иҫәбе былтыр 198 мең самаһы булды. Ә инде Архив эштәре буйынса идаралыҡтың сайтына (www.gasrb.ru) инеүселәр 71 мең тәшкил итте. Һандарҙан күренеүенсә, архивтарҙың бөгөнгө йәмғиәттең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә әһәмиәте ғәйәт ҙур.
– Һуңғы йылдарҙа күптәр үҙ нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башланы. Был мәсьәлә буйынса һеҙгә нисек мөрәжәғәт итергә?
– Эйе, үҙенең нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар хәҙер бик күбәйҙе, шунлыҡтан шәжәрә төҙөп биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта. Беҙҙең сайтта үҙ нәҫел ағасын эшләргә теләүселәр өсөн «Шәжәрә» исемле махсус бүлек булдырылған. Унда урынлаштырылған методик белешмәләр менән танышып сыҡҡан кеше архив сығанаҡтары буйынса нәҫел-нәсәбен тиҙ үк асыҡлай аласаҡ. Әлбиттә, баш ҡаланан алыҫ йәшәгәндәр Милли архивҡа үтенес хаты ебәрә ала. Һуңғы ваҡытта бындай мөрәжәғәттәр күбәйә бара, беҙгә күрше төбәктәрҙән, айырыуса Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килеүселәр ҙә артты. Шуны ла әйтмәй булмай: шәжәрә эшләү хеҙмәте түләүле. Был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар менән 276-55-21, 276-49-07 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә йәки баш ҡаланың К. Маркс урамындағы 4-се йортта урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының Милли архивына килергә була. Әйткәндәй, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре («Ревизские сказки») менән Идаралыҡтың сайтында ла танышырға мөмкин.
– Илфат Ваис улы, документтарҙы һаҡлау – архив хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы, тинегеҙ. Был йәһәттән эш нисек ойошторолған һуң?
– Дөрөҫөн әйткәндә, был – иң ҡатмарлы мәсьәлә. 1830 йылда төҙөлгән төп архив бинаһы бик иҫкергән, асылда авария хәлендә, шунлыҡтан федераль күҙәтеү ойошмалары беҙгә уны кисекмәҫтән ябып, барлыҡ документтарҙы икенсе урынға күсереү тураһында күрһәтмә бирҙе. Ләкин бәлә шунда: санитар талаптарға яуап биргән махсус биналар Өфөлә юҡ. Хәйер, дәүләт архивы өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһе уҙған быуаттың 80-се йылдарынан уҡ күтәрелеп килә, хатта өс проект эшләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема һаманғаса хәл ителмәй килде. Ә хәҙер илдә иҡтисади көрсөк хөкөм һөрә...
– Башҡортостанда тәүге архив барлыҡҡа килеүгә тиҙҙән 100 йыл була. Ошо дәүер эсендә унда республиканың бер етәксеһе лә аяҡ та баҫып ҡарамаған. Шуныһы ҡыуаныслы: былтыр сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төп архив учреждениеһының эше һәм торошо менән ентекле танышып китте. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – Башҡортостан Хөкүмәте тиҙ арала Дзержинский исемендәге типографияның буш торған бинаһын беҙгә файҙаланыуға тапшырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Әммә ул архив документтарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнмәгән, шуға әлегә ремонт талап ителә.
Ғөмүмән, һуңғы коллегия ултырышында баш ҡалала яңы Архив йортон төҙөү мәсьәләһе ҡәтғи ҡуйылды. Кисекмәҫтән осһоҙораҡҡа төшкән яңы проект эшләтеп, финанс мәсьәләһен хәл итергә һәм яҡын йылдарҙа төҙөлөш эшенә керешергә ҡарар ителде. Барлыҡ талаптарға яуап биргән заманса бина булғанда ғына беҙ алтынға бәрәбәр документтарҙы тейешле режимда, һәйбәт физик торошта һәм хәүефһеҙ шарттарҙа һаҡлай аласаҡбыҙ.
Сер түгел, Милли архивта урын булмау сәбәпле, һуңғы ваҡытта күп кенә предприятие һәм ойошмаларҙан һаҡлауға архив документтарын ҡабул итә алманыҡ. Был иһә уларҙың юғалыуына, эштән сығыуына килтерергә мөмкин. Ҡуртымға бирелгән бинаны тиҙ арала ремонтлап алһаҡ, емерелеп төшөү дәрәжәһенә еткән архив һаҡлағыстағы документтарҙы быйыл унда күсереп бөтөрбөҙ һәм предприятие-ойошмаларҙың архивын ҡабул итә башларбыҙ тигән өмөттәмен.
– Башҡортостандың Милли архивынан тыш, һеҙ етәкләгән Идаралыҡҡа муниципаль архивтар ҙа буйһона. Уларҙың эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирер инегеҙ?
– Республиканың бөтә ҡала-район хакимиәттәренең дә архив бүлектәре бар. Күптәре барлыҡ талаптарға яуап биргән биналарҙа урынлашҡан, һаҡ һәм янғын сигнализацияһы эшләй. Өфө, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Буздәк, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Иглин, Ҡалтасы, Көйөргәҙе, Шишмә, Яңауыл райондары хакимиәттәре архив документтарын һаҡлауға тейешле шарттар булдырған. Шул ваҡытта Салауат ҡалаһы, Әбйәлил, Әлшәй, Белорет, Ғафури, Дыуан, Ҡыйғы, Кушнаренко, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Федоровка райондарының архивтары өҫтәмә бинаға мохтажлыҡ кисерә.
Архив эштәре буйынса идаралыҡ йыл һайын урындарҙағы архив учреждениеларының эшен тикшереп тора. Былтыр, мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының архив эше тураһындағы закондары нисек үтәлеүен өйрәнеү маҡсатында 40 тикшереү ойошторолдо, һөҙөмтәлә архив ҡанундарын боҙған өсөн 13 вазифалы кешегә күрһәтмә бирелде.
– Архивтарҙың эшмәкәрлегендәге уңыш-ҡаҙаныштарығыҙ тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Әлбиттә, ҡыуаныстарыбыҙ ҙа етерлек. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең архив бүлеге мөдире Ниля Зәйнуллина, федераль округта былтыр үткәрелгән тармаҡ конкурсында ҡатнашып, «Рәсәй муниципаль архивының иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһы буйынса еңеүсе булды. «Йәш архивсы» Бөтә Рәсәй конкурсында иһә Башҡортостан уҡыусылары һәйбәт сығыш яһап, лауреат булыуға өлгәште.
Былтыр «Башҡортостан Республикаһы телдәре һәм халыҡтары. Дәүләт телдәре: тарих һәм бөгөнгө заман» йыйынтығының дүртенсе һәм бишенсе өлөштәре нәшер ителде. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап архив хеҙмәткәрҙәре көсө менән З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә ике китап («Республика Башкортостан в период Великой Отечественной войны 1941-1945 гг. Хроника основных событий», «Подвиги их – бессмертны») әҙерләп сығарыуға өлгәштек. Һуңғы китап Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына һәм маршал, генерал, адмиралдарға бағышланған. Бынан тыш, «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә 2016 йылға иҫтәлекле көндәр, байрамдар һәм юбилей даталары календары донъя күрҙе.
Архив эштәре буйынса идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт һәм Фән советтары, шулай уҡ эксперт-тикшереү комиссияһы ла ырамлы эшләй. Йыл һайын фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Былтыр, мәҫәлән, Ҡырым Республикаһы, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашлығында «Көньяҡ Урал археографияһы. Граждандарҙы туплауҙа тарихи хәтерҙең әһәмиәте» тип аталған ғилми ҡор айырыуса юғары кимәлдә үтте.
Ҡыҫҡаһы, республиканың архив учреждениелары хеҙмәткәрҙәре быуаттар ауазын беҙгә еткергән ҡиммәтле документтар тейешенсә һаҡланһын, улар менән киң халыҡ ҡатламы иркенләп таныша алһын, кәрәкле тарихи мәғлүмәткә эйә булһын өсөн бар көсөн һала. Хеҙмәттәштәремде, тарихсыларҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы Рәсәй архивтары көнө менән ихлас ҡотлайым!
– Илфат Ваис улы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт.
Н. ХӘМЗИН әңгәмәләште.