Гүзәл заттарға – дәүләт наградалары09.03.2016
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 39 ҡатын-ҡыҙ бүләкләнде. Улар араһында сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара, иҡтисад, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡ вәкилдәре бар.

Хакимиәт башлыҡтары яңырҙы

Туймазы ҡала Советының яңыраҡ булған ултырышы муниципаль берәмек хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһенә арналды.

Ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә был вазифаға контракт буйынса Эдуард Рәхмәтуллин тәғәйенләнде.

* * *

Балаҡатай районы хакимиәтендә лә яңы башлыҡ эш башланы.

Мәсғүт Миңлеғәлин әлегәсә район хакимиәте башлығының социаль-мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән.


Ауылдар һаны
берәүгә артты


Башҡортостанда яңы ауыл рәсми теркәлде. Ул Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советына ҡарай, Баландин тип атала.

Был турала законды Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай февраль аҙағында ҡабул иткән булған. Яҙҙың тәүге көндәрендә иһә документты республика Башлығы раҫлаған.

Д. ҒИЛМАНОВ әҙерләне.


Вернуться назад