“Ҡатын-ҡыҙ – игелек, аҡыл, матурлыҡ, әсәлек ул”09.03.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов гүзәл заттарҙы яҙҙың һоҡланғыс байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – менән ҡотланы. Унда ошондай юлдар бар:
“Ҡатын-ҡыҙ, бөтәһенән элек, игелек, аҡыл, матурлыҡ, әсәлек ул. “Әсә йөрәге ҡояшҡа ҡарағанда ла яҡшыраҡ йылыта”, – тип бик дөрөҫ әйтәләр. Әсәйҙәребеҙҙең йылыһы, хәстәрлеге һәм наҙлылығы тураһында рәхмәтле иҫтәлекте ғүмер буйы күңел түрендә йөрөтәбеҙ.
Ғаиләлә генә түгел, тотош йортобоҙ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә күркәмлек, тыныслыҡ һәм именлек булдырыу өсөн яуаплылыҡ күп йәһәттән һеҙҙең нәфис иңдәрегеҙгә һалынған. Байтағығыҙ балалар тәрбиәләргә, көндәлек йорт мәшәҡәттәрен уңышлы башҡарырға өлгөрөп кенә ҡалмай, төрлө тармаҡта әһәмиәтле профессиональ уңыштарға ла өлгәшә.
Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен, ғаиләне, әсәлекте һәм балаларҙы һаҡлауға бар тырышлыҡ һалына. Һеҙҙең өсөн ышаныслы таяныс, хәстәрлекле улдар, ихлас яратҡан тормош юлдаштары, хеҙмәт һөйөүсе коллегалар, тоғро дуҫтар булырға тырышырбыҙ”.