Ярһып сапҡан аттар ыңғайына…09.03.2016
Ярһып сапҡан аттар ыңғайына… Ҡыш аҙағындағы ат бәйгеһен түҙемһеҙлек менән көтөп алды бөрйәндәр. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Исмәғил Ғәбитов нигеҙ һалған был сара 47-се тапҡыр ойошторолдо.

Саҡмағош яланы иртәнсәк үк гөрләй ине: усаҡтарҙа сәй ҡайнай, шашлыҡ ҡыҙҙырыла, ярышта ҡатнашасаҡ ир-ат бәйге сәмен тойған аттарында тегеләй-былай саба… Оҙаҡламай сараны асып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәр кемгә уңыш теләне.
– Башҡорттоң тарихы, йәшәйеше аттан айырылғыһыҙ, – тине етәксе. – Борон-борондан туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған, әле лә халҡыбыҙға тоғро ҡалған ышаныслы юлдашыбыҙ ул. Йылҡысылыҡ тармағына ихтыяждың йылдан-йыл артыуы халҡыбыҙға яңы бурыстар өҫтәй.
Рөстәм Динислам улы әлеге бәйгелә башҡа райондарҙан күпләп ҡатнашыуҙарын билдәләне, ярышта еңеүсегә крәҫтиән (фермер) хужа­лығы етәксеһе Азамат Үлмәҫбаев­тың тай бүләк итәсәге хаҡында белдерҙе.
Башланды бәйге! Беренселәрҙән булып 12 саҡрым арауыҡҡа саналы аттар сыҡты. Кемуҙарҙан елгәндәрҙе халыҡ һай-һайлап оҙатып ҡалды. Ат бәйгеләренең алыштыр­ғыһыҙ комментаторы Шәфҡәт Мәжитовтың дәртләндереүенән, һәр ярышсыға төбәп әйтелгән мәрәкәле, тапҡыр һүҙҙәренән яңғырап торҙо ялан.
Һыбайлылар ярышы ла бик ҡыҙыу барҙы. Сәмләнеп уҙышты егеттәр. Артабанғы бәйге төрҙәрендә алға ынтылыш тағы ла артты. Быйыл тәүге тапҡыр үткәрелгән йылҡысылар ярышы ла – ҡатнашыусылар старт бирелеү менән атын егеп, сабыш түңәрәге буйлап бер әйләнеш яһай – сараға сәм һәм йәм өҫтәне.
Әлшәй районы уҙаманы Тимур Шәрәфет­динов араның алыҫлығына ҡарап тормаған – аттарын, саналарын машинаға тейәп алып килгән.
– Былтыр был бәйгелә икенсе, өсөнсө урындарҙы алып ҡайтҡайныҡ. Дәртләнеп китеп, быйыл тағы ла килдек, – тине ул.
…Буранлабыраҡ торған көн аяҙытып, йылытып ебәрҙе. Халыҡ саф һауала рәхәтләнеп ял итеп, ярыш сәме алып таралышты. Ярһып сапҡан аттар ыңғайына күңелдә быҫҡыған мыжыҡ тойғолар юҡҡа сығып, дәрт-дарман гөлтләп ҡабынды!







Вернуться назад