Эшкә беше почтальон07.03.2012
Ауыл почтальондары хәҙерге заманда почтаны йәшәтеүсе берҙән-бер ысул гәзит-журналдарҙың тиражын арттырыу икәнен яҡшы аңлай һәм үҙ эшенә етди ҡарай. Ишембай ҡалаһының почта бүлексәһенән йәш почтальон Гөлнара эшкә бик беше булып сыҡты.
Өйөндә лә уңған хужабикә ул. Тормош иптәше Радик менән үҙе бейек, үҙе ҙур, бүрәнәләренән сайыр еҫе аңҡып торған был йортҡа былтыр ғына күсенгәндәр. Матур итеп мал һарайы ла төҙөп ултыртҡандар, уның ҡыйыҡ аҫтына тыңҡыслап бесән тултырылған.
– Әлегә быҙауы менән бер һыйыр, йәйгә ишәйтергә ниәтләгәнбеҙ, мал ҡарарға яратам, — тине Гөлнара.
Ире Радик Ҡатау-Тамаҡта евротәҙрәләр етештереү предприятиеһында эшләй. Хужаның егәрле, бөтмөр икәнлеге ихатаға бер күҙ ташлауҙан уҡ күренеп тора. Бөгөн Абдрафиҡовтар ғаиләһе әсә капиталына өйҙәрен, уның-тирә яғын тулыһынса йүнәтеп бөтөрөп килә. Быйыл өлкән ҡыҙҙары I класҡа уҡырға барған, төпсөктәре балалар баҡсаһына йөрөй. Гөлнараның ҡайны-ҡәйнәһе яҙғыһын туғыҙ гектар пай ерҙәренең яртыһын йәш ғаиләгә биргән. Ҡайныһының тракторы, йөк машинаһы ярҙамында бергәләшеп бесән әҙерләгәндәр. Киләсәктә Абдрафиҡовтар йәшелсәселек менән дә шөғөлләнергә теләй. Был уңған ғаиләгә ҡарап, уларҙың һәр теләге тормошҡа ашырына иманым камил.
Наҙгөл ИҪӘНОВА.
Ишембай районы.


Вернуться назад