Һағындыра08.03.2016
Дуҫтар, һеҙҙең Красноусол балалар шифаханаһында булғанығыҙ бармы? Мин унда ике тапҡыр ял иттем. Рәхәтлеге!
Унда – йәшеллек, саф һауа, ылыҫ еҫе… Миңә айырыуса бассейнда йөҙөү оҡшаны. Тренерҙар шул ҡәҙәр оҫта, үҙҙәре изге күңелле. Төрлө ванналарҙан, гидромассаждан, душтан ҙур кинәнес алдым. Файҙалы ләмгә төрөнөү ҙә ныҡ оҡшаны. Фитобарҙағы сәй иһә эсеп туйғыһыҙ!
Шифаханала яҡын дуҫтар ҙа таптым. Әле лә хәбәрләшеп, телефон аша һөйләшеп торабыҙ. Хәстәрлекле тәрбиәселәрҙе, табиптарҙы ла һағынам. Киске уйындар, төрлө билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, спорт ярыштары бик күңелле үтә шифаханала. Их, тағы ла барырға ине!
Регина МАДЪЯРОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Бәхет сере
Әсәйҙең байрамына
Матур һүрәт төшөрәм.
Йыл да шулай ҡәҙерлемде
Бүләкләп һөйөндөрәм.
Һүрәттә — әсәй үҙе
Ҡулында — ҡыҙыл сәскә.
Ә янында мин торам,
Йөҙөм тулы бәхеткә.
Алтынай ҒӘЙНУЛЛИНА.
Учалы районы
Ураҙ ауылы.