“Шәп тайымды бүләк итәм!”08.03.2016
Һеҙҙе үҙебеҙҙәге Саңдүҙәк тигән ерҙең тарихы менән таныштырмаҡсымын.
Ауылыбыҙҙа Мөхәммәт Ҡалдаманов исемле бай кеше йәшәгән. Ул — олатайымдың олатаһы. Меңдән ашыу атын, өс мең тирәһе һыйыр-һарығын йыл да Яңы Балапан ауылы янындағы матур үҙәктә йәйләтер булған. Был урынды бик ныҡ яратҡан олатайым.
Бер ваҡыт, уға арналған йыр сығартырға теләп, сәсәндәрҙе йыйып алған. “Иң яҡшы әҫәр ижад иткән кешегә иң шәп тайымды бүләк итәсәкмен”, — тип белдергән ул. Ярышта Яңы Балапан ауылы сәсәне Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев еңеү яулаған. Уның “Саңдүҙәк” тип аталған моңло йырын халыҡ әле лә яратып башҡара.