Күҙҙәренән йәш тамды...08.03.2016
Өләсәйем – тыл ветераны. Яҙмышы ауыр булһа ла, зарланмай, ауырыуҙарға бирешмәй йәшәй ул.

Йыл башында атай-әсәйем өләсәйемде Өфөләге дауаханаға алып барҙы. Байтаҡ ятты ҡәҙер­лебеҙ. Бигүк кәйефе төшмәһен, беҙҙең өсөн хафаланмаһын тип, көн дә шылтыратып торҙом. Ауыл­дағы ваҡиғаларҙы бәйән итәм, күршеләрҙең хәлен һөйләйем... Үҙемдең гел “дүртле”, “бишле”гә уҡыуым тураһында ла әйтергә онотмайым. Ҡыуанһын, әйҙә, өләсәйем. Шатланһа, тиҙерәк һауығыр.
Ысынлап та, тиҙ шәбәйҙе ҡәҙерлебеҙ. Уны Өфөнән күмәкләп барып алдыҡ. Ҡайтыр саҡта баш ҡалабыҙҙа тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл барлығы иҫкә төштө.
– Әйҙә, өләсәйҙе шунда алып барайыҡ, – тип тәҡдим иттем атай-әсәйемә.
Барыһы ла шатланып риза булды. Ныҡ оҡшаны һәйкәл. Өләсәйемдең күҙҙәренән йәш тама ине...





Вернуться назад