“Минеке – иң матуры!”08.03.2016
Бөгөн балалар баҡсаһында байрам көтөлә: әсәйҙәр киләсәк. Сабыйҙар осрашыу мәлен тулҡынланып көтөп алды.
– Ана, минең әсәйем ултыра! – тип маҡтанып алды Ильяс дуҫына. – Иң матуры ул!
– Юҡсы, – тип ҡаршы төштө Марат. – Иң матуры – минең әсәйем!
Малайҙар саҡ һуғышып китмәне. Тәрбиәсе туҡтатып ҡалды уларҙы. Шунан:
– Ә хәҙер әсәйҙәр менән бергә йыр башҡарабыҙ, – тип белдерҙе. – Әйҙәгеҙ, яҡыныраҡ килегеҙ.
Ильяс та, Марат та ихлас йырланы. Әсәй эргәлә булғанда ғәйәт рәхәт шул. Бөтөн эштәр ҙә һәйбәт килеп сыға. Әсәһенә үҙенең иң шәп бала икәнен күрһәтергә теләп, малайҙар менән ҡыҙҙар ярыштарҙа ла ихлас ҡатнашты. Ҡәҙерлеләренә бүләк биргәндә иһә бер-береһен уҙҙырып матур һүҙҙәр әйттеләр.
Байрам тамам. Балалар ҙа, әсәйҙәр ҙә ҡәнәғәт. Хәҙер инде ҡайтырға ваҡыт.
– Балам, әйҙә, йәһәтерәк кейен, – тип үтенде әсәһе Ильястан. – Миңә эшкә өлгөрөргә кәрәк. Һин олатайың менән өйҙә ултырып торорһоң.
Малай иһә ҡабаланманы. Әсәһенең һорауынан һуң, киреһенсә, тиҫкәреләнә башланы.
– Кейенмәйем, – тип белдерҙе ул. – Өйгә лә ҡайтҡым килмәй! Урамда уйнарға теләйем!
Ильяс, кейемен бәреп, иҙәнгә ултырҙы.
– Ә мин һине тыңлаусан малай тип маҡтайым бит әле, – тип көрһөндө әсәһе. – Ҙурайып бара, тип ҡыуанғайным. Байрамда ҡайһылай матур йырланың, рәхмәт әйтеп, бүләк бирҙең үҙең... Әсәйҙе яратыу улай ғына булмай шул. Уға һоҡланырға, кеше алдында маҡтанырға ғына түгел, ихтирам итергә кәрәк. Әсәй өсөн иң мөһиме шул...
Ильяс, хатаһын аңлап, тороп баҫты. “Ғәфү ит, әсәй! – тине ул. – Башҡа улай эшләмәм. Яратам һине! Байрамың менән!”