Энәле булғас, ҡурҡырғамы?08.03.2016
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Терпе. Уның әле энәләре булмаған. Үҙе бик ҡурҡаҡ икән. Шөрләмәҫлекме ни? Үткән-һүткәне уны рәнйетә, берәүҙең дә дуҫлашҡыһы килмәй. Хатта үҙенә Ҡуян да әйләнеп ҡарамай.
– Әйҙә, дуҫ булайыҡ! – тип ҡысҡырған бер мәл Терпе Һайыҫҡанға. Уныһы: “Ваҡытым юҡ”, – тип ҡабаланып осоп киткән. Терпе илап тороп ҡалған.
Кәйефһеҙ генә өйгә ҡайтып барғанында уны Ҡарағас саҡырып алған. Терпекәйҙе йәлләп, уға күп итеп энә бүләк иткән. Үҙе янына өй эшләп, күсеп килеүен һораған.
Энәле Терпене күреү менән барса йәнлек аптырашта ҡалған.
– Һаҡ булығыҙ – урманға бик ҡурҡыныс януар килгән! – тип шыҡырыҡлаған Һайыҫҡан. – Бәләкәй генә, әммә бик хәйләкәр һәм сәнскеле!
Үҙе шунда уҡ Терпегә: “Әйҙә, дуҫлашайыҡ!” – тип шыбырлаған. Башҡа йәнлектәр ҙә яҡынлашырға ашыҡҡан. Бындай үҙгәрештең асылына төшөнөп өлгөрмәгән Терпе бик шатланған.
Аҙаҡ иһә күңеле төшкән. Кемдер энәле булған өсөн генә уның менән дуҫлашырға мөмкинме һуң? Ҡурҡаҡлыҡ, яһалмалыҡ бит был! Терпе шулай уйлаған-уйлаған да тәкәбберлеккә бирелмәҫкә, изге булып ҡалырға ҡарар иткән. Бер-береңдән ҡурҡмайынса, дуҫ-татыу йәшәүгә ни етә?!