Яҙҙы көткәндә08.03.2016
Йырлай-йырлай ҡоштар ҡайтыр
Тыуған яғыма.
Йәшел күлдәк – бүләк яҙҙан
Аҡ ҡайыныма.
Бөҙрәләнер еребеҙ өҫтө
Төрлө сәскәнән.
Уйнап туймаҫ күбәләктәр
Бер-бере менән.
Зөлфирә ЙОМАҒУЖИНА.
Баймаҡ районы
Яҡшылыҡ
ҡылыр кәрәк!
Мостай бабай шиғырҙарын
Уҡыйбыҙ ҡабат-ҡабат.
Ябай, матур яҙылғанға
Бик тиҙ алабыҙ ятлап.
Әҫәрҙәре өйрәтә
Гел яҡшылыҡ эшләргә.
Яратырға тыуған ерҙе,
Бергә татыу йәшәргә.
Күбәләккә теймәне...
Әлфиә хаҡында хикәйә
Беҙгә бигерәк оҡшаны.
Төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә
Урманда ул осраны.
Күбәләккә теймәне,
Өҙмәне ул сәскәне.
Ҡыҙыл еләктәр менән
Тултырҙы ул кәрзинде.
Ләйсән ҒӘЗИЗОВА.
Архангел районы
Тәүәкәс ауылы.
Бүләккә – “бишле”ләр
Әсәй өсөн бик ҙур бүләк
Алып ҡайтып киләм:
Көндәлегемдә “бишле”ләр
Һәр дәрестән өймәләм!
Әлфиә ТҮЛӘБАЕВА.
Учалы ҡалаһы